Артыңдан ҡысҡырыу

bashkirskie-stihi
Алып китә һине минән
карабың,
Мин, балыҡтай, ярҙа дулап
ҡаламын.
Һуңғы карап китеү менән,
бит бергә
Һыу ҙа ярын ташлап китә
ғүмергә.
Шығырҙатып айғолағын
ҡомдарҙың
Һығып алған һары һағыш
ҡомары
Һөйәккәсә ҡояш өткән
тәнемде,
Һурып алған тәнемдәге
йәнемде.
Бер ҡасан да инде ташмаҫ
был һыуҙар,
Беҙҙе тағы ҡауыштырмаҫ
ярһыуҙар.
Алып китә, алыҫ китә
карабың
Ярҙа дулап, эсәм һуңғы
шарабың…

1962
Рейтинг
( Пока оценок нет )
Понравилась статья? Поделиться с друзьями: