Быйылғы көҙ шундай сыуаҡ килде…

bashkirskie-stihi
Быйылғы көҙ шундай сыуаҡ килде.
Ерҙең өҫтө — йәшел бер тамаша.
Гөлйемештәр ҡабат сәскә атты.
Сәскәһенә ҡарап, күҙ ҡамаша.
Эй, һоҡландыҡ, шашып, хайран ҡалдыҡ
Тәбиғәттең сикһеҙ ҡөҙрәтенә.
Мин, дәртләнеп, хатта бер йыр яҙҙым
Көҙөн атҡан сәскә хөрмәтенә.
…Ошо көҙҙә сал ир ғашиҡ булды.
Үҙе бойоҡ, үҙе ҡыуана.
Беҙ ғәйепләп көлдөк — аҡыллылар.
Йәлләп иланы тик диуана.

1977

Рейтинг
( Пока оценок нет )
Понравилась статья? Поделиться с друзьями: