Был да ҡалмаһын әле

bashkirskie-stihi
Тышымдан ҡарағанда, күренәмен һау,
Вәләкин хәсрәт менән күңелем сырхау.
Ауыр йөк кеүек хәсрәт баҫып китте,
Аһ, дәриға, инде дарман кемдән һорау!
Ҡайғынан күңелгә ҡан аралашҡан,
Һәр яҡтан ҡайғы-хәсрәт, ҡара басҡан.
Хәсрәтте тирә-яҡҡа өйөп ҡуйған,
Бәхетте бер хоҙайым күккә аҫҡан.
Алдымда үтәлмаҫлыҡ ҡара һыҙыҡ
Һыҙылғанға, һәр ваҡытта күңелем һыныҡ.
Үтә ғүмер, рәхәт юҡ, сәғәҙәт юҡ,
Донъяла тороуымдан тапмайым ҡыҙыҡ.

1910
Рейтинг
( Пока оценок нет )
Понравилась статья? Поделиться с друзьями: