Йырҙарым

Эшһеҙлектең еме булып, йылтырап Тыуманы был йөрәк ҡаны — йырҙарым. Эш өҫтөндә ҡайнап үтте йылдарым. Юл ыңғайы тыуып-үҫте йырҙарым.Иркәлектең өнө булып әлһерәп Тыуманы был йөрәк ҡаны — йырҙарым. Көнө алтын. Өнө ялҡын — йырҙарым. Эш өҫтөндә тыуып-үҫте йырҙарым.Бәлки шуға татлы һуттай түгелдер. Бәлки шуға наҙлы гөлдәй түгелдер. Эштә ҡайнап, урғып тыуҙы йырҙарым. Йырҙар булып түгелеп

Йырлайым

Илап тыуһам да мин, йырлап үҫтем, Йырлап йәшәйем әле бөгөн дә. Сәстәремә ҡырау сәселһә лә, Ҡырау ҡунмаҫ минең күңелгә. Йырлап йәшәйем. Халҡым, илем ғүмере Әкиәттәрҙән гүзәл йыр булғас. Тыуған ерем — бөйөк Совет иле, Ер йөрәге типкән ер булғас. Йырлап йәшәйем. Халҡым үҙе һөйөп: «Йырла! — тиеп бирҙе ҡәләмде. — Данла! — тине, — һине

Дуҫтарға

Ауыр юлды бергә-бергә үттек, Еңеүгә лә килдек күмәкләп. Һәр аҙымда тойҙом йәнәшәмдән Дуҫтар атлағанын терәкләп. Рәхмәт һеҙгә, дуҫтар. Алыҫтан да Яҡын булып йылы һирптегеҙ. Беләккә — көс, йөрәккә дәрт өҫтәп, Һаман алға бергә илттегеҙ. Илгәҙәклек минән күрмәнегеҙ, Ҡайсаҡ хатта ауыр һулаттым. Ә шулай ҙа, дуҫтар, ысын дуҫтар, Мин һеҙҙе бит бик-бик яраттым 1958

Бәхет өләшәм

Әсәм әйтә ине: «Фәрештәләр» Таң алдында бәхет өләшә. Егәрлеләр генә үҙ өлөшөн Алыр өсөн тороп өлгәшә. Йоҡосоға өлөш бирмәй улар. Өлөшһөҙҙө һөймәй Алла ла… Таңда йоҡлап ҡалһа, яҙын иртә Сәскә атмаҫ ине алма ла». «Әсә һүҙе — тәңре һүҙе» тиҙәр. Күңелемдә тере һаҡланым. Эштә үтте көнөм. Көс-тир түгеп Ҡаршы алдым төндөң һәр таңын. Урман ҡырҡтым.

Бюрократ

Кабинет шәп, иркен, яҡты, Йылы, рәхәт. Шунда нисә йыл ултыра Күрмәй михнәт. Ышана, мин, тип, тиңдәшһеҙ Дан директор. Ғилми эште ултырмышым Алға илтер. Мин булмаһам, фән бик артта Ҡалыр ине. Билсәнде кем дегәнәктән Айырыр ине?! 1956

Булмаһа

Йәнһеҙ булыр ине ғүмер, Һөйөү менән йөрәк тулмаһа. Айырылышыу, Өҙөлөп, һағынып көтөү, Ярһып ҡаршы алыу булмаһа. 1955

Башҡортостан

Элек заман һин бер үкһеҙ бала инең. Бар байлығың — кырыҫ, йәнһеҙ дала ине. Шул далаңда һин, имгәкләп, ауа-түнә, Тома һуҡыр юлсы булып бара инең. Хәҙер көслө ир-арыҫлан, баһадир һин. Алғы сафта бәхет даулап бараһың һин. Юлың яҡты, көнөң көләс, теләгең саф, Бөйөк илдең ҡәҙерле бер балаһы һин. Һәр йылыңда унар йыллыҡ юлды үттең. Коммунизм

Башҡорт теле

Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин, Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин, Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин, Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле!Күгәреп ятҡан Уралыңдай бай, йомарт һин, Серле ҡамыш ҡурайыңдай ҡарт, олпат һин, Күпте күргән сәсәнеңдәй йор, зирәк һин, Эй, һөйөклө, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!Диңгеҙҙәргә тиңләмәйем — тәрәнһең һин, Айға-көнгә тиңләмәйем — гүзәлһең