Саған

Күрә күктән көҙгө ҡояш: Бойоға бер ҡарт саған. Бар япрағын ҡойһа ла ул, Ос япрағын һаҡлаған. Һаман да ул нурға туймай, Күҙ төбәгән ҡояшҡа. Ә ҡояшы һирәк ҡарай, Йылытмай инде башҡа. Өҙгөләй ел ос япрағын, Һәм ҡыраулы көҙгө төн. Ә ул һаман йәшел әле, Һаман өҙмәй өмөтөн!.. 1953

Йырҙарым

Эшһеҙлектең еме булып, йылтырап Тыуманы был йөрәк ҡаны — йырҙарым. Эш өҫтөндә ҡайнап үтте йылдарым. Юл ыңғайы тыуып-үҫте йырҙарым.Иркәлектең өнө булып әлһерәп Тыуманы был йөрәк ҡаны — йырҙарым. Көнө алтын. Өнө ялҡын — йырҙарым. Эш өҫтөндә тыуып-үҫте йырҙарым.Бәлки шуға татлы һуттай түгелдер. Бәлки шуға наҙлы гөлдәй түгелдер. Эштә ҡайнап, урғып тыуҙы йырҙарым. Йырҙар булып түгелеп

Йырлайым

Илап тыуһам да мин, йырлап үҫтем, Йырлап йәшәйем әле бөгөн дә. Сәстәремә ҡырау сәселһә лә, Ҡырау ҡунмаҫ минең күңелгә. Йырлап йәшәйем. Халҡым, илем ғүмере Әкиәттәрҙән гүзәл йыр булғас. Тыуған ерем — бөйөк Совет иле, Ер йөрәге типкән ер булғас. Йырлап йәшәйем. Халҡым үҙе һөйөп: «Йырла! — тиеп бирҙе ҡәләмде. — Данла! — тине, — һине

Дуҫтарға

Ауыр юлды бергә-бергә үттек, Еңеүгә лә килдек күмәкләп. Һәр аҙымда тойҙом йәнәшәмдән Дуҫтар атлағанын терәкләп. Рәхмәт һеҙгә, дуҫтар. Алыҫтан да Яҡын булып йылы һирптегеҙ. Беләккә — көс, йөрәккә дәрт өҫтәп, Һаман алға бергә илттегеҙ. Илгәҙәклек минән күрмәнегеҙ, Ҡайсаҡ хатта ауыр һулаттым. Ә шулай ҙа, дуҫтар, ысын дуҫтар, Мин һеҙҙе бит бик-бик яраттым 1958

Бәхет өләшәм

Әсәм әйтә ине: «Фәрештәләр» Таң алдында бәхет өләшә. Егәрлеләр генә үҙ өлөшөн Алыр өсөн тороп өлгәшә. Йоҡосоға өлөш бирмәй улар. Өлөшһөҙҙө һөймәй Алла ла… Таңда йоҡлап ҡалһа, яҙын иртә Сәскә атмаҫ ине алма ла». «Әсә һүҙе — тәңре һүҙе» тиҙәр. Күңелемдә тере һаҡланым. Эштә үтте көнөм. Көс-тир түгеп Ҡаршы алдым төндөң һәр таңын. Урман ҡырҡтым.

Бюрократ

Кабинет шәп, иркен, яҡты, Йылы, рәхәт. Шунда нисә йыл ултыра Күрмәй михнәт. Ышана, мин, тип, тиңдәшһеҙ Дан директор. Ғилми эште ултырмышым Алға илтер. Мин булмаһам, фән бик артта Ҡалыр ине. Билсәнде кем дегәнәктән Айырыр ине?! 1956

Булмаһа

Йәнһеҙ булыр ине ғүмер, Һөйөү менән йөрәк тулмаһа. Айырылышыу, Өҙөлөп, һағынып көтөү, Ярһып ҡаршы алыу булмаһа. 1955

Башҡортостан

Элек заман һин бер үкһеҙ бала инең. Бар байлығың — кырыҫ, йәнһеҙ дала ине. Шул далаңда һин, имгәкләп, ауа-түнә, Тома һуҡыр юлсы булып бара инең. Хәҙер көслө ир-арыҫлан, баһадир һин. Алғы сафта бәхет даулап бараһың һин. Юлың яҡты, көнөң көләс, теләгең саф, Бөйөк илдең ҡәҙерле бер балаһы һин. Һәр йылыңда унар йыллыҡ юлды үттең. Коммунизм

Башҡорт теле

Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин, Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин, Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин, Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле!Күгәреп ятҡан Уралыңдай бай, йомарт һин, Серле ҡамыш ҡурайыңдай ҡарт, олпат һин, Күпте күргән сәсәнеңдәй йор, зирәк һин, Эй, һөйөклө, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!Диңгеҙҙәргә тиңләмәйем — тәрәнһең һин, Айға-көнгә тиңләмәйем — гүзәлһең

Әсәм ҡулдары

Аямағас донъя сабый саҡты, Ун етелә мине тапҡанһың да, Мин етелә — Шартау битендә — Тәүге ҡабат бергә бесән саптыҡ… Шул көн иҫеңдәме һинең, әсәй? Шул көн минең һәр саҡ иҫемдә. Моңланып бер кәкүк саҡырғанда, Үҙең янып бирҙең салғымды. Тыуып ҡына килгән ҡояш нуры Үҙ салғымда уйнап сағылды. Һин эргәмдә ҡарап торҙоң, әсәй, Көлөмһөрәп минең

Һинең алда тамсы ғәйебем юҡ

Һинең алда тамсы ғәйебем юҡ, Тик һөйөүем ғәйеп булмаһа? Ышанысты улай алдамайҙар, Хаҡ һүҙ әйтһәң — миңә шул баһа. Һөйҙөм һине өнһөҙ, өмөтһөҙ мин, Булмағандыр, бәлки, еңелдән: Йылға түгел, гүйә, ярҙар аҡты, Аҡтарылып, янған күңелдән. Әммә мин ғорур ҙа була беләм: Әйләнермен бер таш ҡаяға. Тик баш эймәм һай холоҡло һыуға, Булыр әле ташты аяған…

Һеңлемә

Өс имәндең араһында үҫкән Һылыу һынлы ҡайын шикелле, Өс ир бала араһында үҫтең Кинйә бала булып һин, һеңлем… Һин күрмәнең, һеңлем, һин белмәнең Ниндәй икәнен дә атайҙың. Тик бер әсәй генә, бөтә көсөн Беҙгә биреп, иртә ҡартайҙы. Һеңлем минең, уңған күбәләгем, Һиндә күрәм әсәй йәшлеген. Уның өсөн дә һин бәхетле бул, Был йәшлектең белеп ҡәҙерен.

Ҡыштың ап-аҡ дәфтәренә

Ҡыштың ап-аҡ дәфтәренә Яҙ яҙа шиғырҙарын: Ел ҡәләме елеп йөрөй, Һирһеп ҡояш нурҙарын. Яҙ шиғырын илһамланып Уҡый ҡоштар, йылғалар. Хатта, иреп, тау-таштар ҙа Күҙ йәше ағыҙалар!.. Яҙ йырсы ул, яҙ рәссам ул, Төрлө моң, өн, буяу ул. Яҙ йоҡламай, ижад итә, Һин дә, шағир, уяу бул. 1961

Ҡауышыу

Боҙло төндәй мәмерйәнән сыҡтым, Күҙ сағылды сағыу ҡояшҡа. Йәш япраҡтың йәшкелт томанында Ер менән күк килеп тоташҡан. Ҡая таштай ҡатып, ҡарап торам Тауға менеп килгән ҡайынға. Шул аҡ ҡайын үҫкән ҡыраста бит Еләк йыйған эҙең ҡайылған. Эҙҙәренде юллап килеп сыҡтым Балалығың ҡалған ереңә. Үҙең булмаһаң да, бынау ҡайын Ҡайтҡан үҙең төҫлө күренә… Бәй, ни булды?

Шағир

Шағир — бер тамсыһы икән үҙ халҡының, Тамсы һөйләр хаҡында. Шағир — шаңдағы ул заманының, Һәм көсө лә уның халҡында. 1968

Хәрәкәткә кәрәк хәҡиҡәт

Хәрәкәткә кәрәк хәҡиҡәт, Тик үлсәһәң һәр бер миҡдарын, Хәҡиҡәт тә түгел бик ҡиммәт, Ҡиммәт уға барыр юлдарың. Эҙләр булһаң — ҡара алыҫҡа, Төҙөр булһаң — ятма ояла. Донъя сикһеҙ бөтә тарафҡа, Бөтәһе лә мөмкин донъяла! Ҡәһәрләп тә уны, һөйөп тә, Ҡосаҡҡа ал ташҡын ағымын. Тик күҙәтмә уны бейектән, Тыуыр көнгә илтһен аҙымың. Айырмайса хаҡтан ялғанды,

Хазина

Геолог ҡыҙ, көн дә кискә ҡалып, Палаткаңа арып ҡайтҡанда, Рюкзагыңда ниндәй таштар улар, Ауыр түгелме һуң арҡаңда? Көн оҙоно тау-таш айҡап шулай, Сүкеш менән ни һуң ҡаҙының? Сүкешһеҙ ҙә, йөрәгемә баҡһаң, Табыр инең берәй хазина!..

Ут хаҡында йыр

Ниңә ҡәҙерле һуң был ут миңә! Тағы шәмде һелкеп ҡарайым. Дым сайпылған ошо шәм янғанда, Ҡояшым бар минең, бар айым!.. Сайпылыуы әле һәлмәк кенә — Тимәк, мин йәшәйем, мин тере! Был сайпылыу еңеләйгән һайын, Арта бара уның ҡәҙере… Яҙам-яҙам!.. Хыялланам һаман, Янам-янам бергә шәм менән. Көндөҙ атта эйәр ҡырған тәнде Яҙылдырам ошо йәм менән. Тик

Төштәр

Нисәмә йыл үткән, нисәмә йыл Атай өйҙән сығып киткәнгә. Күпме кәкүк ғүмер һанап киткән Алыҫ яҙҙа һуғыш бөткәнгә… Тик әсәйем һаман төштә күрә Ҡайтып кермәҫ беҙҙең атайҙы. — Ҡайтҡан, имеш, — тиеп һөйләй-һөйләй, Көтә-көтә әсәй ҡартайҙы. Бына бөгөн дә ул, сәйен яһап, Төшөн һөйләй тағы — бер үк төш: — Хас элекке төҫө… Кейеме лә

Тәҙрәң аша ҡарай

Тәҙрәң аша ҡарай Һоро урман… Һоро урман — минең күңелем. Тик онотма: Унда, Ҡар аҫтында, Яҙ күрке бит ята күмелеп. 1962

Тутыйғош

… Ә шулай ҙа һин ғәҙелһеҙ миңә, Бөтәһе лә булды үҙеңдән: Үҙең әйҙәнең бит боҙ ямғырын, Йыртып алып күңел күгемдән. Миңә әйткән ихлас һүҙҙәреңде Ҡабатлағас үҙең башҡаға, «Минән дә ул арттырҙымы?» — тиеп Бер тутыйғош хатта баш ҡаға…

Таш сәскә

Мөғжизә юҡ, тиҙәр, мөғжизә бар: Әкиәттә түгел — тормошта. Үҙ күҙҙәрең менән күрмәй тороп, Ышанмайһың уға тәү башта. Мин Мәскәүҙә ҡарап йөрөгәндә Сикһеҙ хазинаһын халыҡтың, Күҙ алдымда, күҙҙең яуын алып, Ғәжәйеп бер сәскә ҡалҡты. Мең-мең сәскәләрҙән күркәмерәк, Ем-ем нурын һирпә тажынан. Ышанмайым уны таш тигәнгә, Яһалһа ла Урал ташынан!.. Кем үҫтергән һине шулай итеп? Был

Тал сыбыҡтай һомғол буй-һыныңды

Тал сыбыҡтай һомғол буй-һыныңды, Күҙҙәреңдең моңһоу ялҡынын Нисек күрмәҫкә һуң, күҙем булып, Әйтсе, һылыу, етмәй аҡылым! Юҡ, бәхет тә һинән һорамайым, Юҡ, наҙлау ҙа һинән көтмәйем. Үҙем наҙлап, үҙем һөйөр инем,— Юҡ, быға ла баҙнат итмәйем. Тик һоҡланғым килә оҙаҡ-оҙаҡ, Ситтән генә һине күҙәтеп: Ниндәй килешә һиңә сәскә йыйыу, Эйелеүең сәскә өҙәм тип!.. Һин үҙең

Табыныу 1937

Алла ла, батша ла, батыр ҙа – Азат итмәҫ бер кем беҙҙе. Бары үҙ ҡулдарыбыҙ менән Яуларбыҙ үҙ иркебеҙҙе. «Интернационал» I Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етенсе йыл!.. Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етелә Мең туғыҙ йөҙ Ун Етене ҙурлап, Илем минең изге ителә. Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етенсе йыл!.. Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етелә, Мең туғыҙ

Тағы беҙҙекеләр!

Кеше! Кешем! Һинең зиһенең менән Тағы атты ерҙә яңы таң… — Беҙҙең кеше атлай ғаләмдә! — тип, Һөрән һалды илгә Левитан. Оса ике батыр! Улар ҡайтыр, Үтәп тағы илем ҡушҡанды. Һөйөндөрөр тағы бар дуҫтарҙы, Көйөндөрөр тағы дошманды. Күр һин, дошман: беҙҙең дөрөҫлөк был! — Ҡояш булып күккә олғашты. Бел: ҡояштан ҡапланырға мөмкин, Мөмкин түгел ҡаплау

Нур ҡалмаһа күҙендә

Нур ҡалмаһа күҙеңдә, Йыр ҡалмаһа үҙеңдә, Ни ҡыҙығы донъяның — Ҡошсоғо юҡ ояның?.. 1962

Нихәл генә, яҙғы аҡ ҡайын

Нихәл генә, яҙғы аҡ ҡайын! Килдем һиңә, килдем, дуҫҡайым. Һағынып килдем һине күрергә, Һорап хәлкәйеңде белергә. Туң да икән әле тупрағың, Шауламай ҙа икән япрағың. Яңы ғына аҡ ҡар асылғас, Һының әле һинең яланғас… Икенсе бер һиңә килгәндә, Һинең менән уйнап көлгәндә, Умырзая беҙҙән көнләшер, Көлмәгеҙсе, тиеп өндәшер. Тик ҡағылмам умырзаяға, Былай ҙа бит ғүмере

Муйылдар, муйылдар

Муйылдар, муйылдар, муйылдар, Муйыл йылы булып ул йылдар Йөрәгемә минең уйылған — Күмгәйнем мин һине муйылға… Әле һаман аға ул йылға, Тик муйылдар инде ҡойолған. Йәшлек үтмәҫ булып тойолған… Нисә йылдар үтте ул йылға… Күңелем юҡ һинән туйынған, Тик ашманы уйым бойомға… 1961

Минең йондоҙом

Ғүмерем буйы мин бит яңғыҙым, Эҙләйем һине, яҡты йондоҙом. Юғалдың ҡайҙарҙа? Юл алдың ҡайҙарға? Һинһеҙ, йондоҙом, юлым бик оҙон… Ниңәлер, күпте көтә күңелем, Көткәнгә микән күпте киң илем? Дауыллы йылдарҙа, Бормалы юлдарҙа Мин еңел йөклө булмам, һөйөклөм! Саҡыра тағы алыҫ юлдарым, Юлдашым минең — йөрәк моңдарым, Тынғыһыҙ көндәрҙә, Йондоҙһоҙ төндәрҙә Күрсе мин барын, яҡтырт юлдарым!

Матурлыҡ

Үтер йылдар, Үтер күп быуаттар Һәм асылыр яңы донъялар. Беҙҙең тормош, Беҙҙең әкиәттәр Тарих биттәренә оялар. Был тарихте уҡып, киләсәктә Рәхәтләнеп, бәлки, көлөрҙәр?.. Ә кем белә, Бәлки, беҙгә кире Ҡайтыр өсөн һағынып йөрөрҙәр? Һағынмаһалар ҙа, Һокланырҙар: — Ниндәй көс, тип, ниндәй батырлыҡ! Шул батырлыҡ — Беҙҙең матурлыҡ та! Ә бит ҡабатланмай матурлыҡ. 1961

Күҙ ҡараһы кеүек һаҡла, шағир

Күҙ ҡараһы кеүек һаҡла, шағир, Тарих дөрөҫлөгөн йырыңда. Ул тарихте ата-бабаң ҡорған, Хыялланып хаҡлыҡ турында… 1962

Күҙ алдымда һин булмаған

Күҙ алдымда һин булмаған, Һинең хаҡта уйламаған Көнөм, төнөм бар микән? Бар икән шул, бар, иркәм: Ул да булһа, бер табышып, Йылдар буйы бер ҡауышып, Бергә булған көн икән, Бергә булған төн икән… 1961

Күркәмлек

Ағас күрке — япраҡ, тиҙәр. Дөрөҫ! Мин килешәм быға һис һүҙһеҙ. Тик кешенең күрке сепрәк булһа, Был күркәмлек, ай-һай, күңелһеҙ… Ә шулай ҙа ҡай берәүҙәр һине Кейемеңә ҡарап күрәләр, Кейемеңә ҡарап ҡаршылайҙар, Һөйләшәләр, аҡыл бирәләр. Мин ҡыҙғанам шундай әҙәмдәрҙе, Мин һыҙланам шулар өсөн дә: Их, был кейем, тимен, ниндәй күркәм, Тик кешеһе етмәй эсендә!.. 1956

Китһә лә атам

Китһә лә атам, Ҡалдырған Ватан. Шул Ватан тиеп Башымды ватам. Уттарҙа янам, Һыуҙарға батам, Эштәрен уйлап, Йоҡоһоҙ ятам. Бар байлығым һин, И ғәзиз Ватан. Шул байлыҡ өсөн Ҙур рәхмәт, атам!.. 1961

Кис булдымы, тауыш баҫылдымы

Кис булдымы, тауыш баҫылдымы, Мин кемделер көтәм. Был нимә? Кемдер килеп ишек шаҡыр кеүек, Килеп инер кеүек бүлмәмә. Ләкин бер кем дә юҡ. Ишегемде Бер кем килеп, бер кем ҡаҡманы. Әллә инде килеп кире китте, Мөхәббәтем мине тапманы. Йылмайманы упҡын күҙе менән, Ишетмәнем һөйәм тиеүен. Үҙең эҙләп тапмаһаң һин, ахыры, Көтөп кенә килмәй һөйөүең?.. 1961

Кавказ

Тау кешеһе кеүек ғорур Кавказ Аҡ башлығын кейгән башына, Ниҙелер ул хәтерләгән һымаҡ Баҫып тора диңгеҙ ташына. Диңгеҙ уның йәш кәләше, гүйә,— Муйынына килеп һарылған. Ахыры, ул яуҙан ҡайтҡан ирен Шундай һөйә, шундай һағынған?.. Ниндәй пар килгәндәр! Бирһен, әйҙә, Шат ғүмерҙең оҙон, тынысын. Ҡыяҡ гөлдәр булып үҫһен, Кавказ, Билдән һалған хәнйәр-ҡылысың! 1961

Йәшәү балҡый

Йәшәү балҡый, Йәшәү күкрәй Кескәй бөртөгөндә бойҙайҙың. Ул шыттымы, Нур йоттомо — Ерҙә тағы ғүмер оҙайҙы. Алтындарҙан, Атомдарҙан Көслөрәк ул кескәй бер бөртөк. Атайҙарҙы, Әсәйҙәрҙе Һөйөндөргән йәшел һәр бер төк…

Икәүҙән-икәү

Уҡып ҡына түгел, Татып беләм Яҙмышыма яҙған тетрәүҙән: Ҡайһы саҡта Иң шым бышылдау ҙа Ҡеүәтлерәк күктәр күкрәүҙән. Семәрләнеп күпме сер бөркөлә Өнһөҙ баҡҡан упҡын күҙҙәрҙән. Өндәшмә лә! Был мәл өндәшмәүең Аңлайышлы бөтә һүҙҙәрҙән! 1962

Зәңгәр күктәй асыҡ күҙҙәреңә

Зәңгәр күктәй асыҡ күҙҙәреңә Осоп төшөр кеүек баҡһа ла, Һин торған бер ғорур бейеклектә Күңел ҡанатын ул ҡаҡһа ла, Ситлектәге тотҡон бөркөт кеүек, Оса алмай ул һинең күгеңә — Ҡурҡыу ҡатыш сәйер ҡараш менән Ҡарайһың һин уның күҙенә… Аһ, был йыйырсыҡтар, йыйырсыҡтар! Ҡылыс эҙе улар йөҙөндә. Йәшһең шул һин, бик йәш… Белмәйһең дә Күпме нур

Ер шауы

Ебәрҙем дә атты күк үләнгә, Еләк тирәм үҙем сүгәләп. Тирә-яғым тулы гөл-сәскәләр, Тирә-яғым тулы күбәләк. Сиңерткәләр, һанһыҙ сиңерткәләр Сың-сың килә күҙгә күренмәй. Бер өҙлөкһөҙ салғыларын янып, Нисек улар шулай иренмәй? Нисек арымай һуң бал ҡорттары, Сәскәләргә ҡунып көн буйы! Улар йыйған һары балды эсеп, Шаулар икән көҙөн кем туйы? Башың сайҡай-сайҡай моңланырға, Ҡайынҡайым, һиңә ни

Донъя зәңгәр, донъя шундай зәңгәр

Донъя зәңгәр, донъя шундай зәңгәр — Ҡанатһыҙ ҙа осоп китерлек! Был юлдарҙан тик бер үтер өсөн Ғүмерҙәрең буйы көтөрлөк!.. Ерҙе уйып сыҡҡан йәшел энә Тегә яҙға байрам күлдәген. Һин киләһең, юк, йөҙәһең, йырым, Һин — бер аҡҡош зәңгәр күлдәге. Ниндәй көс һуң тағы ҡауыштырҙы Беҙҙе шулай зәңгәр иртәлә? Беҙме әллә елде иркәләйбеҙ, Елме әллә беҙҙе

Тыпыр-тыпыр баҫып бейей

Тыпыр-тыпыр баҫып бейей Ямғыр минең ҡыуышҡа. Мин шатланам, мин һөйөнәм Күк күкрәген тауышҡа. Тик һин генә көйөнәһең Ҡойоп ямғыр яуғанға. Мине яңғыҙ ҡалдырып Ҡайта алмай ҡалғанға… Йәшен ҡылысын сайҡап, Ярһып бейей, эй, ямғыр. Төнө буйы бейеһен ул, Һай, уға рәхмәт яуғыр!.. 1962 Перевод на русский язык Дождь то ходит, то пляшет Тыпыр-тыпыр по шалашу Дождь

Диңгеҙ һәм сабый

Төҫө ҡасҡан. Һары буръяҡ баҫҡан, Ни булған һуң бөгөн диңгеҙгә? Ел дә юҡ бит, ә ул ҡоторона! Ҡоторона шулай елһеҙ ҙә…Ситлектәге ас арыҫлан һымаҡ, Дулап йөрөй, һыймай ярына. Сал ялдарын сайҡап, асыу менән Ҡорбанынмы көтөп ярһына? Бер сабыйға әллә асыу итеп, Йоторғамы уны самалай?.. Ярҙа уға бер ҙә иҫе китмәй, Таш ырғытып йөрөй бер малай!..

Йырҙарыма ҡайтам

Ҡайтам! Ҡайтам! Йырҙарыма ҡайтам! Ҡалып тор һин, гүзәл баш ҡалам. Минһеҙ ҙә бит бер ни булмаҫ һиңә, Һин шауларһың минән башҡа ла! Ә мин? Юҡ, башҡаса булмай! Мин тупраҡтан, ерҙән яралған, ерҙә тыуып-үҫеп, ерҙә аунап, ерҙән йыйып йәнем йыр алған! Бөркөт — күктә, суртан һыуҙа тере, Ир ҙә тере, илгә — ҡушылһа… Нимә өсөн йәшәй

Бына минең тыуған ер был

Бына минең тыуған ер был — Ҡарт Ҡаратау, югерек Йөрүҙән… Тыуып-үҫкән, һыуын эскән Ерем минең!.. Һине күреүҙән — Күм-күк үләнеңә ятып, Туйғансы бер килә илағым. Ҡая таштарыңа менеп, Бер ҡысҡырып килә йырлағым. Бына был тышаулы аттың Һалдырып та алып тышауын, Һыбай ярып үткем килә Ҡайындарҙың йәшел ҡоршауын. Ҡайтмай оҙаҡ йөрөгәнгә, Ботаҡтары биткә һыҙырһын, Һыҙырһын да,

Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай

Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай, Шундай ҡыҙҙар — ят та үл инде!.. Ниҙәр уйлап, ниҙәр кисергәнде Үҙең күр ҙә, үҙең бел инде… Алыҫ-алыҫ йондоҙ — Һиңә ул ҡыҙ, Төшөңдә лә осоп етмәҫһең. Төшөңдө лә көнләр кешең барҙа, Төш күрергә баҙнат итмәҫһең. Тиҙерәк һүҙҙе ситкә күсерәһең, Кисерәһең үҙең эсеңдән!.. Бер йылмайып ҡарауы ла уның Оло бер туй

Бураҙналар

Зәңгәр бураҙналар һалып, Елдәр һабан һөрә диңгеҙҙә. Зәңгәр бураҙналар буйлап, Аҡсарлаҡтар оса, ем эҙләп. Тулҡын түгел, әйтерһең дә, Күҙ алдымда иген тулҡына. Ҡояш сыҡҡас, алтын төҫлө Тосс башағын эйеп, ул тына. Эйе, башаҡ еҫен тоям! Ураҡ ура, гүйә, караптар, Елкән күрһәм, ҡыр юлынан Сабып килгән кеүек пар аттар. Тыуып-үҫкән еребеҙҙе Килтермәһәк шулай дингеҙгә, Күҙ талдырғыс

Буранда

Ел-арыҫлан, сал ялдарын сайҡан, Ҡотороноп өҫкә ташлана. Тын быуыла, алға барып булмай, Кем кемде, тип, алыш башлана. Ул, ажғырып, боҙло теше менән Боғаҙыңа килеп йәбешә. Асырғанып, тибеп осорғас та, Салҡан барып ергә ул төшә. Аҡ юл һыҙып ҡара төн эсендә, Атылаһың тағы саңғыңда. Бит был төндә берәү ҡыл өҫтөндә — Йондоҙо бул кәрәк сағында!.. Ҡайҙалыр

Болоттар

Ағыла, ағыла, ағыла Болоттар, болоттар тағы ла. Ҡайҙарға, ҡайҙарға болоттар Ағылып, йығылып бер туҡтар? Һарыла болоттар тауҙарға Ел тауға уларҙы ауҙарған. Йәм-йәшел тараҡлы ҡарағай, Әйтерһең, тауҙарҙа сәс тарай. Таралған болоттар сәсенән Ваҡ ямғыр тамсыһы сәселә. Уйҙан уй тыуғандай, тағы ла Болоттар, болоттар ағыла… 1962

Беләм, миңә яҙмышыңды бәйләү

Беләм, миңә яҙмышыңды бәйләү, Күңелең теләһә лә, ҡурҡыныс: Шомло уйҙар һиңә тынғы бирмәй, Ләкин һин ғорур бул, бул тыныс! Теләйһеңме, йондоҙ өҙөп бирәм, Ай ҙа булыр һиңә бүләгем? Теләйһеңме, тик һин телә генә, Ҡабул булыр һәр бер теләгең. Һин теләһәң, мин бит бөтәһен дә Тәүәккәлләй алам юлымда. Мин сихырсы-йырсы: йондоҙ һүнә, Йондоҙ яна минең ҡулымда!

Башҡорт теле

Мин халҡымдың сәскә күңеленән Бал ҡортондай ынйы йыямын, Йыямын да — йәнле ынйыларҙан Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын. Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен: Бер телдән дә телем кәм түгел- Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла, Кәм күрер уны тик кәм күңел. Халҡым теле миңә-хаҡлыҡ теле, Унан башҡа минең илем юҡ; Илен hөймәҫ кенә

Башкортостан

Башҡортостан сиген үтеү менән, Тыуып-үҫкән ергә етеү менән, Нур тулғандай була күңелгә, Йыр тыуғандай була күңелдә. Йәшел бәрхәт төҫлө еркәйгенәм, Ҡыҙҙар ҡулы төҫлө елкәйгенәм Иркәләй бит талған күҙемде, Иркәләй бит арыған йөҙөмдө. Югереп сығыу менән ҡайындарым, Онотолдо барлыҡ ҡайғыларым, Күреү менән күген Уралдың, Күҙҙәремә йәштәр уралды… Уйнаҡлашып саба, ана, тайҙар… Уйға килә яугир олатайҙар —

Бала булып булмай, тик бала саҡ

Бала булып булмай, тик бала саҡ — Һәр саҡ ҡайтып килә торған ил; Күңел гөлдәреңдең саңын ҡағып, Мәңге сафлап, наҙлан торған ел. Һин донъяны яҡын күргең килһә, Бала күҙе менән баҡ уға: Донъя шундай сағыу, шундай ғәжәп, Иҫең китерлек бит донъяға! Ҡояш сыға, сыҡ-сыҡ, тиеп һаман, Болоттарға һуҙһам ҡулымды. Ҡояш! Эй һин, балалыҡ ҡояшым, Ғүмер

Байраҡ

Быяла аҫтында бер байраҡ ята Сит-ситтәре бөткән тетелеп. Дәһшәт менән ҡарай йылдар аша, Ҡында ятҡан ҡылыс шикелле. Наҙлы бәрхәт һымаҡ ғәмһеҙ түгел, Шундай уяу, шундай теремек, Ул — яранан сыҡҡан ҡандай ҡайнар, Унда — төҫө ялҡын теленең! Ильич телмәрендәй ыҡсым үҙе, Ильич телмәрендәй ялҡынлы, Уның һүҙе кеүек ябай, ғәҙел, Уның үҙе кеүек яғымлы. 1961

Арыш икмәге

Йырым — ҡай саҡ әрем тәме әйткән Көйөп бешкән арыш икмәге, Мамыҡтай аҡ, Йомшаҡ ҡалас һымаҡ, Юҡ шәрбәтең һинең, Юҡ мәгең… Үҙем кеүек көл-күмергә буяп, Аунатҡан бит ауыл мейесе, Ниңә һуң мин һине яҙам әле? Кем өсөн һуң? Әйтсе, ни өсөн? Белмәйем дә ҡай саҡ… Ләкин яҙам! Яҙам һине, үҙең яҙылғас. Ауырлы мин көн-төн һинең

Артыңдан ҡысҡырыу

Алып китә һине минән карабың, Мин, балыҡтай, ярҙа дулап ҡаламын. Һуңғы карап китеү менән, бит бергә Һыу ҙа ярын ташлап китә ғүмергә. Шығырҙатып айғолағын ҡомдарҙың Һығып алған һары һағыш ҡомары Һөйәккәсә ҡояш өткән тәнемде, Һурып алған тәнемдәге йәнемде. Бер ҡасан да инде ташмаҫ был һыуҙар, Беҙҙе тағы ҡауыштырмаҫ ярһыуҙар. Алып китә, алыҫ китә карабың Ярҙа