Һыҙланма, күңел

Маҡтауға ымһынма, күңел, Ул һиңә юлдаш түгел. Хурлауға һыҙланма, күңел, Ул һиңә моңдаш түгел. Маҡтауҙар ҙур итә алмаҫ, Хеҙмәтең ҙур булмаһа, Хурлауҙар хур итә алмаҫ, Халҡың һөйөп ҙурлаһа. Бул һин тик халҡыңа тоғро, Ит хеҙмәт арыу белмәй. Маҡтау, хурлау ғүмерһеҙ ул, Тик хеҙмәт йәшәй үлмәй. 1957

Һыҙланма, дуҫ!

Һыҙланма, дуҫ, ғәйбәт оҙон телле, Әммә ҡыҫҡа уның ғүмере. Күрмәйһеңме, ғәйбәт ҡапсығының Йөҙө ҡара, биле көм(ө)рө. Күлдәгенә йөрәк кере һеңгән. Йән биҙҙергес йәмһеҙ йөрөшө. Ғәйбәт менән ярап, еңел йәшәү — Өлөшөнә төшкән көмөшө. Бәхетһеҙ ул — иблис кеүек ул да Хаҡлыҡ донъяһынан һөрөлгән. Сәбәләнеп йәшәй күкрәгендә Быҫҡып ятҡан зәһәр һөрөмдән. 1968

Үкенмәйем

Күңелем минең тып-тып диңгеҙ ине. Айҡап индең яҙғы дауылдай. Әйтсе, йәнем, янған йөрәгемде Алырһыңмы һөйөп дарыулай? Күңелем минең ғорур һәм шат ине. Азат ине борсоу уйҙарҙан, Һин килдең дә ендең. Алып киттең, Ҡая таулы борма юлдарҙан. Аһ, юҡ, үкенмәйем, тау бөркөтөм, Бәхетле мин һине һөйгәнгә. Йөрәгемдең аҫыл сәскәләре Һинең өсөн янып көйгәнгә. 1955

Ҡыш

Нисә тапҡыр япраҡ-ҡарҙар яуа. Нисә тапҡыр томһа ҡыш килә. Нисә тапҡыр ҡояш, ситкә ҡасып, Тау артынан ҡырыҫ һирпелә.Ә мин һаман дуҫмын ошо ҡышҡа, Һаман ул тип өҙөләм, яратам. Ул ни хәтле томһа, ҡырыҫ булһа, Мин шул хәтле һөйәм, йән атам.Сөнки тоям һалҡын ҡыш күкрәге Вулкандарҙан ҡыҙыу икәнен, Сөнки тоям был күкрәктә изге, Саф теләкле йөрәк

Ҡайҙа ул?

Ҡайҙа һин, ҡәҙерлем. Ҡайҙа һин был көндө? Белмәйем нисек ул Уҙғара был төндө? Тик беләм, ҡайҙалыр Мин һөйгән кеше бар. Ҡайта алмай, килә алмай, Данлы ҙур эше бар. Тау түшен быраулап, Ҡара алтын эҙләй ул. Илемде, еремде Матурлай, биҙәй ул. Алыҫ ул. Тик күңелем Янында гел генә. Беләмен уның да Уйында мин генә. Һөйөшмәй ҡауышып

Ғүмер

Ғүмер — йүгәнһеҙ ат. Иллене лә, Алтмышты ла ҡыуып уҙа ул. Ҡыш та, көҙ ҙә, яҙ ҙа тотҡар түгел, Упҡындар ҙа уға — түтә юл. Кем туҡтатыр уны? Елһен әйҙә, Айҡап Тыуған илдең ер, күген, Һуңғы сәғәтте лә юл өҫтөндә Ҡаршылаһын елеп, тир түгеп. 1960

Ялағай

Һәр кешегә үтә татлы йылмая ул, Ҡаты баҫмай. Әйтерһең, йөҙөп бара ул. Ҡолаҡ оҙон. Бөтәһен дә байҡап тора, Ҡайҙан ел иҫһә, танауҙы шунда бора. Үҙенән үрҙәгеләргә: — Ағай, ағай!.. Түбәндәргә: — Кит, йөрөмә, давай, давай! Эш түгел, тел менән бөтә ерҙә ярай. Бына шулай йәшәй белә был ялағай. 1956

Ышанмайым көҙгә…

Ғүмер яҙың күптән уҙҙы, тиҙәр, Ҡыраулы көҙ ҡағына түбәндә. Ял итергә ваҡыт. Нәүбәт етте… Эштәреңде ташла, теүәллә!.. Ышанмайым көҙгә. Яҙҙар даулап, Илем үрелә йыһан түренә. Алда яңы һырттар, бейеклектәр, Тантаналы шаңдаҡ күренә. Ышанмайым көҙгә. Ил йөрәген Тойған күңел тынмаҫ, һыуынмаҫ, Йырлай-көлә яҙҙан яҙға барыр. Юҡ, көҙ булмаҫ унда, көҙ булмаҫ. 1961

Хәтеремдә

Хәтеремдә, ул көн сыуаҡ ине. Күкрәп уҫкәйнеләр сәскәләр. Наҙлы ҡараштарың йөрәгемә Мөхәббәттән гөлдәр сәстеләр. Гөлдәр мәңгелеккә тамыр йәйҙе, Көлә, йырлай ярһып үҫтеләр. Аһ, ниңә һуң ул бәхетле көндәр Шулай ярһып, ашығып үттеләр. 1955

Халҡың янһа — яндың бергә

Майлы күҙҙәр, татлы һүҙҙәр, Баллы йөҙҙәр күҙләмәнең. Үҙең өсөн йылы оя, Айырым бәхет эҙләмәнең. Халҡың янһа — яндың бергә, Халҡың көйһә — көйҙөң бергә, Халҡың менән йәшәүгә лә, Үлемгә лә барҙың бергә. Ул асыҡһа — асыҡтың һин, Ул ҡағылһа — ҡағылдың һин, Уның менән бергә-бергә Ауырлыҡтан арындың һин.Ҡыҙыл байраҡ тотоп ҡулға, Янып-балҡып ҡыҙыл нурҙа, Йырың

Тағы ла яҙ…

Тағы ла яҙ. Йән ҡыуана, ярһый, Яңы ҡанат үҫкән ҡош кеүек. Ҡартлыҡ, кәрһеҙлектәр, сир-сырхауҙар Туҙға яҙған буш һүҙ, төш кеүек. Тағы ла яҙ. Наҙлы гөл-сәскәле Дала кеүек иркен күңелем. Яҙ нурына ҡушылып, үрелеп үҫә Яҙҙай яҡты, керһеҙ ғүмерем. 1968

Рус теленә

Өр-яңынан тыуҙым һине белгәс, Күҙ күремем сикһеҙ киңәйҙе. Донъя, гүйә, йөҙ ҡат иркенәйҙе, Дуҫтар һаны меңгә күбәйҙе. Ленин һулышын тойҙом һинең аша, Һинән белдем даһи Пушкинды. Шуға йөрәгемә серҙәш иттем Һине — бөйөк, гүҙәл, дуҫ телде. 1960

Октябрь килде

Алтын япраҡтарға төрөнөп, тағы көҙ етте. Ал байраҡтар түбәләрҙән тағы нур һипте. Октябрь килде: өйөмдә байрам, ҙур байрам. Ҡыуаныс таша күңелдә хайран, ҙур хайран! Эй Октябрь, һәр йыл шулай шауың менән кил, Рух байлығыңдан нур алып, йәшәрһен бар ил. 1957

Ниңә?

Ниңә күрҙем, ниңә яраттым мин, Ниңә күңелемде яуланың? Ниңә һинең моңһоу күҙҙәреңдән Күҙҙәремде ала алманым? Ниңә килмәнең һин иртәрәк? Ниңә һине күптән күрмәнем? Fүмеремдең наҙлы минуттарын Ниңә һинең менән бүлмәнем? Күпме тыям бәйһеҙ йөрәкте, Ярамай, ҡуй, уны һөймә, тип. Алыҫтағы ҡояш йылыта алмай, Уның өсөн янма, көймә, тип. Тик ҡайҙа һуң!.. Һөйгән йөрәктәрҙе Айыра торған

Минуттарым

Яңғыҙлыҡта уҙған минуттарым, Йән өшөткөс боҙло ҡар һымаҡ. Һин янымда булһаң, көҙ ҙә, ҡыш та Гөл-сәскәле, нурлы яҙ һымаҡ. Яңғыҙлыҡта уҙған минуттарым Зарлы-моңло ҡырыҫ йыл һымаҡ. Һин янымда булһаң — тормош үҙе Сыңлап торған сихри йыр һымаҡ. Ғүмер көтөп тормаҫ, йылдар тынмаҫ, Дәртле саҡтар уҙыр бер заман. Тик йөрәктә мөхәббәтем һүнмәҫ, Һине һағынып йәшәр ул

Мин йәм табам…

Бөгөн ҡояш та бик көләс, Ҡар ҙа елбәҙәк кенә. Күк тә зәңгәр. Ҡыш тимәҫһең, Ел дә тик еләҫ кенә.Дуҫтарымдың күҙе йондоҙ, Биттәрендә көн уйнай. Тыуған ерҙең йәмлелеген Ҡарай-ҡарай күҙ туймай.Яңы бәхет, шатлыҡ килә Яңы йыл менән бергә. Айға менгән, йыһан гиҙгән Мөҡәддәс, бөйөк ергә. Эй башҡарғас, ҡыуаныстан Йырлай торған йола бар. Мин йәм табам халҡым

Кәңәш

Оло йөрәк йәшәй йәшнәп-күкрәп, Буш йөрәктәр йәшәй ҡалтырап; Осҡон ғүмерендәй дан өсөн ул Була хаин, була олтораҡ. Оло йөрәк туҙалыр иртәрәк. Туйҙа түгел — яуҙа, ярышта. Ғәҙеллек һәм хаҡлыҡ өсөн барған Мәңгелек, ҙур, ауыр алышта. Оло йөрәкле бул. Батырҙарҙы Шөһрәт үҙе таба доңъяла. Осҡон һүнгән урынды көл ала. Ҡояш уҙған юлда нур ҡала. 1963

Йәшәү — хеҙмәт

Әсеһен дә күрҙем, сөсөһөн дә. Үкенесем ерҙә ҡалманы. Тик шулай ҙа донъя, гүзәл донъя, Нине һөйөп танһыҡ ҡанманы. Дөрөҫ, шәхесем өсөн был донъяға Ҡомһоҙланып йәбешеп торманым. Аҙыраҡ биреп, күберәк алайым тип, Татлы һүҙҙән тоҙаҡ ҡорманым. Ҡырыҫ булды минең барыр юлдар. Наҙлы сөсөлөктәр тойманым. Шуға, ахыры, донъя, һине күреп, Нине һөйөп һис тә туйманым. Йәшәр инем

Йәшәү бәхете

Йәшәү бәхете — өмөт, хеҙмәттә. Йәшәү бәхете — дуҫлыҡ, хаҡлыҡта. Йәшәү бәхете — илең, халҡың өсөн Көрәш аша тыуған шатлыҡта.

Йырҙарым

Эшһеҙлектең еме булып, йылтырап Тыуманы был йөрәк ҡаны — йырҙарым. Эш өҫтөндә ҡайнап үтте йылдарым. Юл ыңғайы тыуып-үҫте йырҙарым.Иркәлектең өнө булып әлһерәп Тыуманы был йөрәк ҡаны — йырҙарым. Көнө алтын. Өнө ялҡын — йырҙарым. Эш өҫтөндә тыуып-үҫте йырҙарым.Бәлки шуға татлы һуттай түгелдер. Бәлки шуға наҙлы гөлдәй түгелдер. Эштә ҡайнап, урғып тыуҙы йырҙарым. Йырҙар булып түгелеп

Йырлайым

Илап тыуһам да мин, йырлап үҫтем, Йырлап йәшәйем әле бөгөн дә. Сәстәремә ҡырау сәселһә лә, Ҡырау ҡунмаҫ минең күңелгә. Йырлап йәшәйем. Халҡым, илем ғүмере Әкиәттәрҙән гүзәл йыр булғас. Тыуған ерем — бөйөк Совет иле, Ер йөрәге типкән ер булғас. Йырлап йәшәйем. Халҡым үҙе һөйөп: «Йырла! — тиеп бирҙе ҡәләмде. — Данла! — тине, — һине

Дуҫтарға

Ауыр юлды бергә-бергә үттек, Еңеүгә лә килдек күмәкләп. Һәр аҙымда тойҙом йәнәшәмдән Дуҫтар атлағанын терәкләп. Рәхмәт һеҙгә, дуҫтар. Алыҫтан да Яҡын булып йылы һирптегеҙ. Беләккә — көс, йөрәккә дәрт өҫтәп, Һаман алға бергә илттегеҙ. Илгәҙәклек минән күрмәнегеҙ, Ҡайсаҡ хатта ауыр һулаттым. Ә шулай ҙа, дуҫтар, ысын дуҫтар, Мин һеҙҙе бит бик-бик яраттым 1958

Бәхет өләшәм

Әсәм әйтә ине: «Фәрештәләр» Таң алдында бәхет өләшә. Егәрлеләр генә үҙ өлөшөн Алыр өсөн тороп өлгәшә. Йоҡосоға өлөш бирмәй улар. Өлөшһөҙҙө һөймәй Алла ла… Таңда йоҡлап ҡалһа, яҙын иртә Сәскә атмаҫ ине алма ла». «Әсә һүҙе — тәңре һүҙе» тиҙәр. Күңелемдә тере һаҡланым. Эштә үтте көнөм. Көс-тир түгеп Ҡаршы алдым төндөң һәр таңын. Урман ҡырҡтым.

Бюрократ

Кабинет шәп, иркен, яҡты, Йылы, рәхәт. Шунда нисә йыл ултыра Күрмәй михнәт. Ышана, мин, тип, тиңдәшһеҙ Дан директор. Ғилми эште ултырмышым Алға илтер. Мин булмаһам, фән бик артта Ҡалыр ине. Билсәнде кем дегәнәктән Айырыр ине?! 1956

Булмаһа

Йәнһеҙ булыр ине ғүмер, Һөйөү менән йөрәк тулмаһа. Айырылышыу, Өҙөлөп, һағынып көтөү, Ярһып ҡаршы алыу булмаһа. 1955

Башҡортостан

Элек заман һин бер үкһеҙ бала инең. Бар байлығың — кырыҫ, йәнһеҙ дала ине. Шул далаңда һин, имгәкләп, ауа-түнә, Тома һуҡыр юлсы булып бара инең. Хәҙер көслө ир-арыҫлан, баһадир һин. Алғы сафта бәхет даулап бараһың һин. Юлың яҡты, көнөң көләс, теләгең саф, Бөйөк илдең ҡәҙерле бер балаһы һин. Һәр йылыңда унар йыллыҡ юлды үттең. Коммунизм

Башҡорт теле

Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин, Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин, Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин, Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле!Күгәреп ятҡан Уралыңдай бай, йомарт һин, Серле ҡамыш ҡурайыңдай ҡарт, олпат һин, Күпте күргән сәсәнеңдәй йор, зирәк һин, Эй, һөйөклө, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!Диңгеҙҙәргә тиңләмәйем — тәрәнһең һин, Айға-көнгә тиңләмәйем — гүзәлһең