Көндәлек

bashkirskie-stihi
Ах, мин ниңә булдым уйланыусан,
Ниңә булдым былай яныусан?
Көн-төн тимәй һис бер һүнмәй һаман
Ниңә яна икән минең йән?..
Һаман былай янып тормаҫ ине —
Уттан яратылған йәндер ул?!.
Шул ут менән алға барырмын мин —
Алға барыр өсөн етә шул…
Нисек тура юлдан барыр инем,
Йәнем янған уттай булмаһа?
Ҡарт көйөнсә нисек яныр инем,
Күкрәгемдә дәрттәр булмаһа?
1926
Рейтинг
( Пока оценок нет )
Понравилась статья? Поделиться с друзьями: