Яңғыҙлыҡта уҙған минуттарым, Йән өшөткөс боҙло ҡар һымаҡ. Һин янымда булһаң, көҙ ҙә, ҡыш та Гөл-сәскәле, нурлы яҙ һымаҡ. Яңғыҙлыҡта уҙған минуттарым Зарлы-моңло ҡырыҫ йыл һымаҡ. Һин янымда булһаң — тормош үҙе Сыңлап торған сихри йыр һымаҡ. Ғүмер көтөп тормаҫ, йылдар тынмаҫ, Дәртле саҡтар уҙыр бер заман. Тик йөрәктә мөхәббәтем һүнмәҫ, Һине һағынып йәшәр ул һаман.
Минуттарым
