В поле

Чудесным днем иду в поля — надеюсь, Что снова обрету покой души, Что рощи свежие, цветы на склонах Разгонят грусть — уж больно хороши! Вот луг простерся, как зеленый бархат, Как ровные-преровные ковры, Устав бродить, ложусь на эти травы, А в них цветы — душисты и пестры. Встать я хотел и продолжать прогулку, Но не могу покинуть этот луг, — Как на зеленом островке волшебном Лежу — гляжу внимательно

Печаль

Ну, разве же не друг ты мне, печаль? — Я без тебя не жил и двух минут: Когда я сплю — ты снишься мне, печаль, Как только я проснусь — ты тут как тут. Ужели мне всю юность суждено Прожить совсем безрадостно, печаль? Ты видишь, я страдаю, я в огне, — Так почему ж тебе меня не жаль?

В саду

Я нынче почему-то весь во власти Тоскливых дум… К цветам я безучастен, И если б даже гурий вдруг увидел От этого не стал бы полон счастья. Скажите, соловьи, чему вы рады? Одной ли красоте густого сада?.. Неверно, околдованы сегодня И вы лукавством девичьего взгляда… Нет, нет!.. У соловьев — любовь иная! Влюбляться им в цветы родного края. Не девушка, что нас очаровала — Дороже соловью цветенье мая.

Мои книги

Я спросил себя однажды: одинок ли я? Ведь всегда со мною книги — верные друзья. Никогда не надоест им говорить со мной И в часы тревог душевных мне дарить покой. Мне без книг не научиться, знаний не достать. Только книги мне помогут человеком стать, Отыскать помогут счастье, радостные дни: Книги в жизнь меня выводят — мать, отец они. Каждая стоит на полке, честно друга ждет. В

Нищий ребенок

«Дитя, на гвозде твой дырявый мешок. Возьми и ступай, день уже недалек! Ходи, как обычно, к дверям от дверей, С голодным желудком, в печали своей. Кто даст сахарцу или корку хотя б — Бери, лишь бы голод немножко ослаб. Усердней проси и скорей уходи, — Не ждет ли кусок пожирней впереди? А я поплетусь по задворкам опять, Чтоб щепок охапку для печи достать. Получше ты ножки тряпьем оберни.

Жалею

Вижу: нищий не имеет корки хлеба своего, Он зимой дрожит от стужи, летом солнце жжет его, И живет он жалкой жизнью, не имея ничего… У меня в крови все сердце, — до того беднягу жаль! Вижу я: влюбленный парень плачет, кажется, всерьез; Может быть, на целом свете нет священней этих слез! Всей душой ему я вторю, — сам все это перенес. «Эх ты, жизнь!» —

Чудотворец

Приятель, давнишний обычай храня, На праздник позвал отобедать меня. Пришел я и вижу гостей вкруг стола, В числе их один досточтимый мулла. За яствами яства приносят подряд, Все гости по совести пьют и едят. Но этот мулла столько пил, столько ел, Что я на него с удивленьем глядел. Так много он съел — и ему не претит! Ну, разве не чудо такой аппетит? На этом

Надейся!

Не разлучаясь с горем и тоскою, Слабея, ты рыдать готов порою. Позорна жизнь, предела нет мученью, Вокруг тебя — змеиное шипенье. Тебя насилье пыткам обрекает, «Вот он каков!..» — тобой других пугают. И нет друзей, нет никакой опоры, Тебя погибель ожидает скоро. Твой корень иссушить хотят злодеи, Тебя терзают с каждым днем все злее. Упорствуй, корень! Стань ветвистой кроной! Расти, цвети, забудь

Встретив бая…

Коль случай сведет тебя с баем самим. Приветствуй его и замри перед ним. Склонись и молчи, и не смей возражать, Не вздумай обиженных им защищать. Во всем соглашайся: «Ты прав!» — говори. Угодливым взором на бая смотри. Помалкивай больше и зря не болтай, И правды в глаза не скажи невзначай. Коль бая посмеешь смутить, рассердить, Пропал ты, и лучше на свете не жить. Понравишься — милостив будет к тебе, Поможет

Хвастун

Себя на весь он хвалит свет. И дело так представит, Распишет то, чего в нем нет, Свои дела прославит. И по его поймешь словам: Он самый лучший только. Он гору слов отвалит вам, Но в том ни капли толка. Но что за страсть у хвастуна Расхваливать с любовью Все то, в чем польза не видна, Одно лишь пустословье. Заметит пусть тебя другой, Крикливый воробьишка! Ты не ершись:

Богач и работник

Богач барышам и убыткам подводит итог… Сняв шапку, ступает несмело батрак на порог. Он кашлянул робко и низкий отвесил поклон, Но барину некогда — счетами щелкает он. Ложатся костяшки, отсчитывая барыши… Попробуй, спроси про свои трудовые гроши! С чего бы начать? Что в ответ ему скажет богач? Работник молчит, покраснев от стыда, как кумач. Он кашляет снова и снова, как прежде, молчит. И

Татарская женщина

У дверей муллы понуро женщина стоит, На руках ее ребенок, плачущий навзрыд. Холодно, не успокоить ей дитя свое, Хоть она его качает, кутает в тряпье. Только бы мулла помог ей! Горе да беда Уж в который раз приводят бедную сюда. Вот опять пришла сегодня рано поутру… Полдень, — а она все так же дрогнет на ветру. Наконец открылись двери, выглянул мулла Да как рявкнет: «Здесь

Всезнающий мулла

Охота поразвлечься мне пришла. На пароход, забыв про все дела, Я сел — и вот на палубе широкой Ученый повстречался мне мулла. Все мудрецы, какие есть на свете, В сравненье с ним — беспомощные дети Пожалуй, и в Европе нет людей, Чтоб так судили о любом предмете. Ученость в нем бурлила через край, Мы пили с ним из самовара чай. Он говорил: «В сравнении со мною Все —

«Судьба!»

Будь кроток, не борись, таков удел раба: На небесах твоя начертана судьба! У наших бедняков ни пищи, ни питья, Одежда из тряпья… Мы говорим: «Судьба!» Другим — идти вперед, другим — во всем успех, А мы — в хвосте у всех… Мы говорим: «Судьба!» Несчастный труженик и беден и скорбит От горя и обид… Мы говорим: «Судьба!» Таков закон судьбы, его не обойдешь, Мы видим всюду ложь — и говорим:

Вышел на базар

Был зимний день, обычный день. Пришло мне вдруг на ум Повеселиться, отдохнуть от всех забот и дум. И сердце подсказало мне: «Отправься на базар, — Твою тоску разгонит вмиг его веселый шум!..» Я сразу согласился с ним: «Ну что ж, пойду туда! Я прогуляться на базар готов, дружок, всегда. Один по городу пройдусь, вокруг все осмотрю. От этого, — подумал я, — не будет мне

В дни свободы

Одни провозгласить спешат: — Свобода нам нужна! — Другие им в ответ кричат: — А для чего она? — А третьи, ловко притаясь, шипят из-за угла О том, что лучше помолчать в такие времена… Но дни бездействия, друзья, навеки отошли! От дел великих никому нельзя стоять вдали. Пусть каждый что-нибудь внесет от сердца, от ума Во имя счастья молодой, разбуженной

Прогресс

Татарин, спишь? Эй, не проспи всю жизнь! Довольно грезить! Встань, народ, проснись! Пора взять в руки факел просвещенья! Наукой, мастерством вооружись! Пришла возможность, время настает Идти вперед тебе, родной народ! Но сам иди! Сам действуй! Ведь к прогрессу Нас под руки никто не поведет! Усвойте это твердо, навсегда, Сородичи мои! Пройдет беда, И жизнь на свете сделается райской Лишь с помощью

Богач

«Богатство я люблю, хоть сам не наживал, — В наследство мне отец оставил капитал. Пусть люди на меня работают за грош, А я от праздности покуда не устал. Налоги я плачу, налог мне не разор: Втридорога продам — и кончен разговор. К ответственности нас едва ли привлекут: Чьи деньги — тот и прав, какой быть может спор! Устраивает нас реакция вполне — Пусть произвол вокруг, пусть целый край в огне,

Стихи радости

Эй, перо, веселей! Нажимай, что есть сил! Эй, перо, потрудись, не жалея чернил! Я народу письмо — поздравленье пишу: Горе из дому прочь, светлый час наступил! Путь свободы открыт, и ведет он вперед. Заживем, говорю, заживем, мой народ! Счастлив я, как дитя в первый день бытия. Не осталось в душе тени прежних невзгод. Дни свободы пришли, долгожданные дни, Людям нашей страны, словно праздник

Әҙәмдәр Зөһрәне эҙләйҙәр күктән…

Әҙәмдәр Зөһрәне эҙләйҙәр күктән, Зөһрә инде минең янымда күптән. Мине күреп күктән үҙе төштө ул, Бик ҙур ихтирам менән күреште ул. Шулай итеп Зөһрә менән таныштыҡ, Бергә йәшәр өсөн фекер алыштыҡ. Зөһрә күктәгеләй әле лә яҡты, Бар мәсьәләлә ул минең яҡлы…

Һөйөклөм, һин әгәр булһаң ҡыҙыл гөл…

Һөйөклөм, һин әгәр булһаң ҡыҙыл гөл, Һибер инем һиңа күҙ йәшемде. Шулай итеп үҫтерер инем үҙеңде, Ғүмергә алмайса һинән күҙемде. Әгәр булһаң ине һин наҙлы сәскә Һине һаҡлар инем һалҡын кырауҙан…

Һин миңә рәсемеңде бирмә…

Һин миңә рәсемеңде бирмә, Ихтыяж юҡ рәсемеңә, Сөнки рәсемеңде яҙып Алғанмын инде күңелемә. Был рәсем бик, бик матур, тик Ул яһалған ҡул менән. Әммә күңелемдә яҙылған Рәсемең яһалған нур менән.

Һин миңә рәсемеңде бирмә…

Һин миңә рәсемеңде бирмә, Ихтыяж юҡ рәсемеңә, Сөнки рәсемеңде яҙып Алғанмын инде күңелемә. Был рәсем бик, бик матур, тик Ул яһалған ҡул менән. Әммә күңелемдә яҙылған Рәсемең яһалған нур менән.

Яҡшылыҡ

Итәм тип яҡшылыҡ мин үҙ уйымса, Һәр эште эшләнем выждан буйынса. Вә ләкин яҡшылыҡтар аҫта ҡалды, Күренмәй береһе лә шунда юғалды. Ғалип булғас яманлыҡ яҡшылыҡҡа, Сыға һәр яҡшылыҡ бушҡа вә юҡҡа. 1908

Ялкынланып яндым бер ваҡытта…

Ялкынланып яндым бер ваҡытта, Байтак кеше килде яҡтыма. Ҡурҡам: яҡтым әҙ-мәҙ кәмей барып, Етмәһен тип һүнер ваҡытына. Кәүҙә әкренләп туҙа бара, Йөрәк тибә, нәмәлер һиҙәм, Элек ләззәт тапҡан нәмәләрҙән Йыраҡлаша барам һәм биҙәм. Ҡышҡа инһәм, нисә айҙар буйы «Өй тотҡоно» булып торамын. Үҙем өйҙә, әммә йыраҡларҙа Йөрөй. Йыһан гиҙә уйҙарым.

Үҙем һәм халҡым

Бер аҙым алға баҫам да, Әйләнәм мин артыма. Ҡайҙа баҫҡандар икән тип, Күҙ һаламын халҡыма. Шул ваҡыт мин бик юғары Ҡош кеүек, осһам әгәр, Ә улар һаман шулай Баҫҡан урынында торһалар?.. 1912 Я и мой народ (Перевод на русский язык) Лишь сделаю я шаг вперед — Как тотчас оглянусь назад: Желая знать, куда шагнул, К

Эс бошҡанда

(Халыҡ йыры буйынса) Болондарҙы сабыу еңел, Әрем сабыуҙар ауыр. Башҡа ауырыуҙар бик еңел, Йөрәк яныуҙар ауыр… Күк күгәрсен гөрләй, Үҙе ҡайҙа — күренмәй. Һалҡын һыуҙар һибеү менән Янған йөрәк һүрелмәй…  

Эй, Мәжит, һин бер көндө ҡалырһың…

Эй, Мәжит, һин бер көндө ҡалырһың Япа-яңғыҙ, бөтәр бар дуҫ-иш, Улар һинән биҙәр, һин уларҙан, Ҡалмаҫ ике арала уртаҡ эш. Яңғыҙ ҡалһаң да сикмә хәсрәт, Асыуланып йөрөмә, кыҫма теш, Йөрәк майҙарыңдың бер тамсыһы Ҡалғансы һин янырға тейеш. һуңғы тамсы майың бөткәс кенә Тынысланып, ятып үлерһең, Шул ваҡытта ғына тәбиғәттән Алған бурысыңды түләрһең. 1926

Шәһит үлгән!..

Йәндәр өҙгөс был хәбәрҙе Мин ишеттем бик ҡапыл, Баш бөгөлдө, күҙ йомолдо, Ергә һалынып төштө ҡул. Ут эсендәге быялалар кеүек, Мин сатнаным, «Ҙур юғалтыу, ҙур юғалтыу!», ҙан бутән һүҙ тапманым. 1924 Стихотворение написано в память о Шагите Худайбердине

Ғәжәп эш

Бик ғәжәп эш!.. Мин кисә кискә табан ҡайтып киләм, Шунда алдымда янып, балҡып тороусы нур күрәм. Ошо нур — ҡояш нуры тиһәм, ҡояш батҡан ваҡыт, Ай тип әйтһәм, был түгелдер тулған ай ҡалҡҡан ваҡыт. Һуңға белдем ошо нурҙың ник вә ҡайҙан килгәнен: Тап ошо саҡта урамға сыҡҡан икән һөйгәнем! 1919 Чудесный случай (Перевод на русский

Хәлиткә

Былбыл кеүек, наҙлы гөлдәй матур, Нурҙан яҡты, һөйгән кескенәм! Һин һыҙланһаң, «уф» тип ауырһынһаң, Өҙөлөп-өҙөлөп китә эскенәм. Һин илаһаң нәҙек тауышың менән Һәм күренһәң йәшле күҙ менән Йөрәгемә сәнскәндәй була Төрлө яҡтан осло беҙ менән. Ай сабыйҡай, гөлкәй! Кемдер түҙер Йөрәктәргә үткән аһына. Һинең өҙөлөп-өҙөлөп һөйләүҙәрең Тоҙ һипкәндәй йөрәк ҡаныма. 1923 Хәлит — М. Ғафуриҙең

Хыял

Юҡ инде күптән үк мал һәм кәмалем, Күңел баҫа бөтмәс хыялым. Ғәжәп эштәр кисә-китә хыялда, Бәхетле көнөм бар төҫлө алда, Хыялға алданып үтә был көндәр, Шуның менән генә мәсғүд күңелдәр. Минең менән хыял булмаһа бергә, Китер инем быға саҡлы ҡәбергә… 1909

Хаҡиҡәткә табан барғанда

Хаҡиҡәткә барам тип мин, күрәһегеҙ, ниндәйен бөттөм, Туры һүҙ һөйләйем тип, дуҫтарым дошман яһап бөттөм. Берәр файҙаһы булғандырмы, юҡтырмы был һүҙҙәрҙең, Үҙем әммә хисапһыҙ күп яфа күрҙем, ҡазап сиктем. Көнөм хәсрәт, төнөм төрлө фекер-уйҙар менән үтте, Күңелдән сатҡылар сәстем… Күҙемдән йәштәр түктем.

Урамдарҙан үтеп бара

Урамдарҙан үтеп бара, — Ҡашынан күҙе ҡара, Йөҙөн күрһәм, хайран ҡалам, Аҡылдарым юғала. Ағиҙелдең аръяғында Кәмә менән кем бара? Яңы атҡан сәскә төҫлө, Көлһә, бите ҡыҙара. Ҡара сәсе таралған, Ике күҙе ҡаралған, Әллә сәскә, әллә ҡояш, Әллә нурҙан яралған?

Уйланған саҡта

Хәҡикәттән йыраҡ ерҙә йөрөйбеҙ беҙ ғәләлғөмйә, Гонаһыбыҙ шомлоғонан беҙгә зиндан булды киң донъя. Һыу өҫтөндә кешеһеҙ, буш ағып йөрөгән ҡыйыҡ төҫлө, Батыр-батмаҫ йөрөйбеҙ, сайҡалабыҙ, ел-дауыл көслө. Берәр көндә сығырбыҙмы йөҙөп сахил сәләмәткә? Сыға алмайса китербеҙме әллә туп-тура ҡиәмәткә? 1913

Һәммәһенән һин матур

Күккә баҡтым: ай, ҡояш һәм төнгө йондоҙҙар матур, Ергә баҡтым: бында йөрөгән хур кеүек ҡыҙҙар матур. Ул болондарҙа сәскәләр бер-береһенән матур, Был һаналған нәмәләрҙең һәммәһенән һин матур. Һин зоһур итһәң әгәр ҙә ваҡытта ҡаршыма, Ай, ҡояш, йондоҙ вә ҡыҙҙар онотолалар барыһы ла! 1919 Ты прекраснее всех (Перевод на русский язык) Я на небо взглянул: солнце,

Ян көндөҙ…

Эй, ҡояш, һүн, булмаһын көн, Йәки кит һин, ситтә ян. Ерҙә булһын һәр ваҡыт төн, Ҡап-ҡара булһын йыһан. Янма һин, кит!.. Мин янайым тик, Мәңге китмәй донъянан. Сөнки яҡтыртыусыға мохтаж Түгел ялҡынлы йән. Бирмә ут һин, миндә ут бар, Бирмә яҡты — яҡты мин. Ут кәрәк булһа, уны Минән генә алһын зәмин. 1916 Светись лучами

Шәүләһе

Биш көн инде күргәнем юҡ һөйгәнемдең кәүҙәһен, Тик хыял менән курәм нурҙан ғибәрәт шәүләһен. Шәүләһе алдымда баҫҡан, там илаһи бер санәм, Шул һүрәт алдында табынып шатланам, ләззәт алам. Мин шулай тәғзим итәм бит һөйгәнемдең шәүләһен, Нимә эшләрмен, әгәр күрһәм уның ысын кәүҙәһен? 1919 Облик возлюбленной (Перевод на русский язык) Грустит моя душа пять дней, любимой

Нисә йылдар торам ер төрмәһендә…

Нисә йылдар торам ер төрмәһендә, Тора-тора ағарҙы инде сәсем дә. Ҡайҙа әүәлгесә тәмле илауҙар, Зәһәрле бер асыу бар күҙ йәшемдә. Ҡайҙа баҡһаң да бысраҡлыҡ вә пислек, Уҫаллыҡ һәммә ҡартында, йәшендә. Гонаһлылар, яниләр донъяһы был, Торалар мәскәнәт зилләт эсендә. Әҙәм, һауа был ергә ырғытылғас, Хәҡир — хур итте алла һәммәһен дә. Гонаһлы беҙ, гонаһыбыҙ шомлоғонан Торабыҙ

Мин бөгөн торам — уртаһында…

Мин бөгөн торам — уртаһында, Асылы ахры был донъяның яһалма, Берәр айға ла бармай серегән алма. Дуҫың ысын дуҫ түгел һәм дошмандарың да Ғәжәп дошман түгел, һин ысынға алма. Яһалма дуҫтарың вә дошмандарың да, Мәгәр хәйлә-мәкер тулған барында. Кәрәк ҡайһыһына әйтһәң тура һүҙ, Һине сәнсер, бысаҡтары янында.  

Көндәлек

Ах, мин ниңә булдым уйланыусан, Ниңә булдым былай яныусан? Көн-төн тимәй һис бер һүнмәй һаман Ниңә яна икән минең йән?.. Һаман былай янып тормаҫ ине — Уттан яратылған йәндер ул?!. Шул ут менән алға барырмын мин — Алға барыр өсөн етә шул… Нисек тура юлдан барыр инем, Йәнем янған уттай булмаһа? Ҡарт көйөнсә нисек яныр

Көлдө

Күрәм, йәнем, бөгөн ниндәй күңелле! Матурланған, яңаҡтар аллы-гөллө, Матурлыҡ өҫтөнә артты матурлыҡ, Ҡасан ки шатланып йылмайҙы, көлдө. Ҡыҙыл гөл төҫлө ирене уртаһынан Теҙелгән ынйылай тештәр күренде. Матурлыҡ нурҙарын сәсте битенән, Гүйә ки, ул ошо нурға күмелде. Ғишыҡ менән ауырыған наҙлы йәнем, Уның шул көлгәнен күргәс, терелде. 1919 Улыбка (Перевод на русский язык) Как радостно сегодня

Күңелғә

Әй, күңел, киң бул, тарыҡма! Һөй халыҡ хөрриәтен, Изге юлдан ситкә сыҡма, Шул һинең ҡөдсиәтең. Бул ҡояш — яҡтырт йыһанды, Нур сәселһен тип-тигеҙ, Бул шулай һин киң иманлы, Ҡалмаһын ул «һеҙ» ҙә «беҙ». Булһа киң күңелең, һыйырһың, «Тәңренең киң донъяһы», Был шиғыраҙарҙың ошо булһын, Тинем, «бисмиллаһы». 1910

Зөһрәм

Көнө-төнө хәл йыймыйса, йөрөнөң Ике ауырыу ҡарап йүгереп, Эштән ҡайтҡанда ла ауырһынмай, Рәхәтләнеп күңелле көлөп. Кера инең ишектән кергәндә, Нурлы була ине йөҙҙәрең; Һине тағы матурлата ине Күккә маил зәңгәр күҙҙәрең. Рәнйемә инде, Зөһрәм, мин бик оҙаҡ Ауырыным бит һинең ҡулыңда. Һытыҡ йөҙөң һис бер күрһәтмәнең, Абынып йығылһаң да юлыңда.

Сәсе

Йәнһеҙ ул сәс, ул бирелгән шул матурҙың иркенә, Ул матур һелкенһә гөлдәй, ошо сәс тә һелкенә. Ҡай ваҡытта ул матурлай шул матурҙың арҡаһын, Бер аҙы йәшереп тора бәрхәт ҡолаҡ һәм алҡаһын. Ҡай ваҡыт һүтелеп төшә лә ал яңаҡтар өҫтөнә, Ал ҡыҙыл гөлдәй яңаҡтарҙың бер аҙ урынын күмә. 1919 Её локоны (Перевод на русский язык) Кудрявая

Диңгеҙҙә

Аҡсарлаҡтар кеүек ҡанаттарын Киреп, аҡ елкәнле кәмәләр, Диңгеҙ өҫтөн ярып, әллә ҡайҙан, Йыраҡ урындарҙан киләләр. Ҡояш Ай-Петриҙең Арт яғына барып төштө лә Тамсы-тамсы нурҙар бөркөп китте Тып-тып ятҡан диңгеҙ өҫтөнә. Кереп китте шунда тау артына, Бында яҡты нурҙар ҡалдырып, Ҙур диңгеҙҙең өҫтөн матурланы, Сикһеҙ ваҡ-ваҡ шәмдәр яндырып. 1923

Әсе!..

Көнө-төнө талашыу, тартҡылашыу — бик әсе нәмә; Былай зәнжәл менән үткән хаяттың мәғәнәһе нимә?Мөхәббәт булмағас, тормошта ниндәй бер ҡыҙыҡ бар һуң? Былай булғас, кешенең вәхшиҙән айырмаһы нимә?Мөхәббәт орлоғон сүпләй, әтәс төҫлө, уҫал заттар, Уларға һуң кешенең выжданы һәм күҙ йәше нимә? 1912/1914   Горько!.. (Перевод на русский язык) Горько часто друг у друга нервы ссорой

Мин ҡайҙа?

Ҡайҙа ярлы, ҡайҙа зарлы, ҡайҙа моңло күп була, Мин шулар янында булам, улар менән килешеп була. Юҡ уларҙа төрлө ҡатлау, юҡ уларҙа эс сере, Тыштары керле, вә ләкин юҡ уларҙа эс кере. Юҡ тәкәллеф, юҡ эрелек, ултырышаһың һин дә мин, Юҡ күңел ҡырылыр тигән уй, ул йәһәттән мин имен. 1912 Где я? (Перевод на русский

Был да ҡалмаһын әле

Тышымдан ҡарағанда, күренәмен һау, Вәләкин хәсрәт менән күңелем сырхау. Ауыр йөк кеүек хәсрәт баҫып китте, Аһ, дәриға, инде дарман кемдән һорау! Ҡайғынан күңелгә ҡан аралашҡан, Һәр яҡтан ҡайғы-хәсрәт, ҡара басҡан. Хәсрәтте тирә-яҡҡа өйөп ҡуйған, Бәхетте бер хоҙайым күккә аҫҡан. Алдымда үтәлмаҫлыҡ ҡара һыҙыҡ Һыҙылғанға, һәр ваҡытта күңелем һыныҡ. Үтә ғүмер, рәхәт юҡ, сәғәҙәт юҡ, Донъяла

Һыҙланма, күңел

Маҡтауға ымһынма, күңел, Ул һиңә юлдаш түгел. Хурлауға һыҙланма, күңел, Ул һиңә моңдаш түгел. Маҡтауҙар ҙур итә алмаҫ, Хеҙмәтең ҙур булмаһа, Хурлауҙар хур итә алмаҫ, Халҡың һөйөп ҙурлаһа. Бул һин тик халҡыңа тоғро, Ит хеҙмәт арыу белмәй. Маҡтау, хурлау ғүмерһеҙ ул, Тик хеҙмәт йәшәй үлмәй. 1957

Һыҙланма, дуҫ!

Һыҙланма, дуҫ, ғәйбәт оҙон телле, Әммә ҡыҫҡа уның ғүмере. Күрмәйһеңме, ғәйбәт ҡапсығының Йөҙө ҡара, биле көм(ө)рө. Күлдәгенә йөрәк кере һеңгән. Йән биҙҙергес йәмһеҙ йөрөшө. Ғәйбәт менән ярап, еңел йәшәү — Өлөшөнә төшкән көмөшө. Бәхетһеҙ ул — иблис кеүек ул да Хаҡлыҡ донъяһынан һөрөлгән. Сәбәләнеп йәшәй күкрәгендә Быҫҡып ятҡан зәһәр һөрөмдән. 1968

Үкенмәйем

Күңелем минең тып-тып диңгеҙ ине. Айҡап индең яҙғы дауылдай. Әйтсе, йәнем, янған йөрәгемде Алырһыңмы һөйөп дарыулай? Күңелем минең ғорур һәм шат ине. Азат ине борсоу уйҙарҙан, Һин килдең дә ендең. Алып киттең, Ҡая таулы борма юлдарҙан. Аһ, юҡ, үкенмәйем, тау бөркөтөм, Бәхетле мин һине һөйгәнгә. Йөрәгемдең аҫыл сәскәләре Һинең өсөн янып көйгәнгә. 1955

Ҡыш

Нисә тапҡыр япраҡ-ҡарҙар яуа. Нисә тапҡыр томһа ҡыш килә. Нисә тапҡыр ҡояш, ситкә ҡасып, Тау артынан ҡырыҫ һирпелә.Ә мин һаман дуҫмын ошо ҡышҡа, Һаман ул тип өҙөләм, яратам. Ул ни хәтле томһа, ҡырыҫ булһа, Мин шул хәтле һөйәм, йән атам.Сөнки тоям һалҡын ҡыш күкрәге Вулкандарҙан ҡыҙыу икәнен, Сөнки тоям был күкрәктә изге, Саф теләкле йөрәк

Ҡайҙа ул?

Ҡайҙа һин, ҡәҙерлем. Ҡайҙа һин был көндө? Белмәйем нисек ул Уҙғара был төндө? Тик беләм, ҡайҙалыр Мин һөйгән кеше бар. Ҡайта алмай, килә алмай, Данлы ҙур эше бар. Тау түшен быраулап, Ҡара алтын эҙләй ул. Илемде, еремде Матурлай, биҙәй ул. Алыҫ ул. Тик күңелем Янында гел генә. Беләмен уның да Уйында мин генә. Һөйөшмәй ҡауышып

Ғүмер

Ғүмер — йүгәнһеҙ ат. Иллене лә, Алтмышты ла ҡыуып уҙа ул. Ҡыш та, көҙ ҙә, яҙ ҙа тотҡар түгел, Упҡындар ҙа уға — түтә юл. Кем туҡтатыр уны? Елһен әйҙә, Айҡап Тыуған илдең ер, күген, Һуңғы сәғәтте лә юл өҫтөндә Ҡаршылаһын елеп, тир түгеп. 1960

Ялағай

Һәр кешегә үтә татлы йылмая ул, Ҡаты баҫмай. Әйтерһең, йөҙөп бара ул. Ҡолаҡ оҙон. Бөтәһен дә байҡап тора, Ҡайҙан ел иҫһә, танауҙы шунда бора. Үҙенән үрҙәгеләргә: — Ағай, ағай!.. Түбәндәргә: — Кит, йөрөмә, давай, давай! Эш түгел, тел менән бөтә ерҙә ярай. Бына шулай йәшәй белә был ялағай. 1956

Ышанмайым көҙгә…

Ғүмер яҙың күптән уҙҙы, тиҙәр, Ҡыраулы көҙ ҡағына түбәндә. Ял итергә ваҡыт. Нәүбәт етте… Эштәреңде ташла, теүәллә!.. Ышанмайым көҙгә. Яҙҙар даулап, Илем үрелә йыһан түренә. Алда яңы һырттар, бейеклектәр, Тантаналы шаңдаҡ күренә. Ышанмайым көҙгә. Ил йөрәген Тойған күңел тынмаҫ, һыуынмаҫ, Йырлай-көлә яҙҙан яҙға барыр. Юҡ, көҙ булмаҫ унда, көҙ булмаҫ. 1961

Хәтеремдә

Хәтеремдә, ул көн сыуаҡ ине. Күкрәп уҫкәйнеләр сәскәләр. Наҙлы ҡараштарың йөрәгемә Мөхәббәттән гөлдәр сәстеләр. Гөлдәр мәңгелеккә тамыр йәйҙе, Көлә, йырлай ярһып үҫтеләр. Аһ, ниңә һуң ул бәхетле көндәр Шулай ярһып, ашығып үттеләр. 1955

Халҡың янһа — яндың бергә

Майлы күҙҙәр, татлы һүҙҙәр, Баллы йөҙҙәр күҙләмәнең. Үҙең өсөн йылы оя, Айырым бәхет эҙләмәнең. Халҡың янһа — яндың бергә, Халҡың көйһә — көйҙөң бергә, Халҡың менән йәшәүгә лә, Үлемгә лә барҙың бергә. Ул асыҡһа — асыҡтың һин, Ул ҡағылһа — ҡағылдың һин, Уның менән бергә-бергә Ауырлыҡтан арындың һин.Ҡыҙыл байраҡ тотоп ҡулға, Янып-балҡып ҡыҙыл нурҙа, Йырың

Тағы ла яҙ…

Тағы ла яҙ. Йән ҡыуана, ярһый, Яңы ҡанат үҫкән ҡош кеүек. Ҡартлыҡ, кәрһеҙлектәр, сир-сырхауҙар Туҙға яҙған буш һүҙ, төш кеүек. Тағы ла яҙ. Наҙлы гөл-сәскәле Дала кеүек иркен күңелем. Яҙ нурына ҡушылып, үрелеп үҫә Яҙҙай яҡты, керһеҙ ғүмерем. 1968

Рус теленә

Өр-яңынан тыуҙым һине белгәс, Күҙ күремем сикһеҙ киңәйҙе. Донъя, гүйә, йөҙ ҡат иркенәйҙе, Дуҫтар һаны меңгә күбәйҙе. Ленин һулышын тойҙом һинең аша, Һинән белдем даһи Пушкинды. Шуға йөрәгемә серҙәш иттем Һине — бөйөк, гүҙәл, дуҫ телде. 1960

Октябрь килде

Алтын япраҡтарға төрөнөп, тағы көҙ етте. Ал байраҡтар түбәләрҙән тағы нур һипте. Октябрь килде: өйөмдә байрам, ҙур байрам. Ҡыуаныс таша күңелдә хайран, ҙур хайран! Эй Октябрь, һәр йыл шулай шауың менән кил, Рух байлығыңдан нур алып, йәшәрһен бар ил. 1957

Ниңә?

Ниңә күрҙем, ниңә яраттым мин, Ниңә күңелемде яуланың? Ниңә һинең моңһоу күҙҙәреңдән Күҙҙәремде ала алманым? Ниңә килмәнең һин иртәрәк? Ниңә һине күптән күрмәнем? Fүмеремдең наҙлы минуттарын Ниңә һинең менән бүлмәнем? Күпме тыям бәйһеҙ йөрәкте, Ярамай, ҡуй, уны һөймә, тип. Алыҫтағы ҡояш йылыта алмай, Уның өсөн янма, көймә, тип. Тик ҡайҙа һуң!.. Һөйгән йөрәктәрҙе Айыра торған

Минуттарым

Яңғыҙлыҡта уҙған минуттарым, Йән өшөткөс боҙло ҡар һымаҡ. Һин янымда булһаң, көҙ ҙә, ҡыш та Гөл-сәскәле, нурлы яҙ һымаҡ. Яңғыҙлыҡта уҙған минуттарым Зарлы-моңло ҡырыҫ йыл һымаҡ. Һин янымда булһаң — тормош үҙе Сыңлап торған сихри йыр һымаҡ. Ғүмер көтөп тормаҫ, йылдар тынмаҫ, Дәртле саҡтар уҙыр бер заман. Тик йөрәктә мөхәббәтем һүнмәҫ, Һине һағынып йәшәр ул

Мин йәм табам…

Бөгөн ҡояш та бик көләс, Ҡар ҙа елбәҙәк кенә. Күк тә зәңгәр. Ҡыш тимәҫһең, Ел дә тик еләҫ кенә.Дуҫтарымдың күҙе йондоҙ, Биттәрендә көн уйнай. Тыуған ерҙең йәмлелеген Ҡарай-ҡарай күҙ туймай.Яңы бәхет, шатлыҡ килә Яңы йыл менән бергә. Айға менгән, йыһан гиҙгән Мөҡәддәс, бөйөк ергә. Эй башҡарғас, ҡыуаныстан Йырлай торған йола бар. Мин йәм табам халҡым

Кәңәш

Оло йөрәк йәшәй йәшнәп-күкрәп, Буш йөрәктәр йәшәй ҡалтырап; Осҡон ғүмерендәй дан өсөн ул Була хаин, була олтораҡ. Оло йөрәк туҙалыр иртәрәк. Туйҙа түгел — яуҙа, ярышта. Ғәҙеллек һәм хаҡлыҡ өсөн барған Мәңгелек, ҙур, ауыр алышта. Оло йөрәкле бул. Батырҙарҙы Шөһрәт үҙе таба доңъяла. Осҡон һүнгән урынды көл ала. Ҡояш уҙған юлда нур ҡала. 1963

Йәшәү — хеҙмәт

Әсеһен дә күрҙем, сөсөһөн дә. Үкенесем ерҙә ҡалманы. Тик шулай ҙа донъя, гүзәл донъя, Нине һөйөп танһыҡ ҡанманы. Дөрөҫ, шәхесем өсөн был донъяға Ҡомһоҙланып йәбешеп торманым. Аҙыраҡ биреп, күберәк алайым тип, Татлы һүҙҙән тоҙаҡ ҡорманым. Ҡырыҫ булды минең барыр юлдар. Наҙлы сөсөлөктәр тойманым. Шуға, ахыры, донъя, һине күреп, Нине һөйөп һис тә туйманым. Йәшәр инем

Йырҙарым

Эшһеҙлектең еме булып, йылтырап Тыуманы был йөрәк ҡаны — йырҙарым. Эш өҫтөндә ҡайнап үтте йылдарым. Юл ыңғайы тыуып-үҫте йырҙарым.Иркәлектең өнө булып әлһерәп Тыуманы был йөрәк ҡаны — йырҙарым. Көнө алтын. Өнө ялҡын — йырҙарым. Эш өҫтөндә тыуып-үҫте йырҙарым.Бәлки шуға татлы һуттай түгелдер. Бәлки шуға наҙлы гөлдәй түгелдер. Эштә ҡайнап, урғып тыуҙы йырҙарым. Йырҙар булып түгелеп

Йырлайым

Илап тыуһам да мин, йырлап үҫтем, Йырлап йәшәйем әле бөгөн дә. Сәстәремә ҡырау сәселһә лә, Ҡырау ҡунмаҫ минең күңелгә. Йырлап йәшәйем. Халҡым, илем ғүмере Әкиәттәрҙән гүзәл йыр булғас. Тыуған ерем — бөйөк Совет иле, Ер йөрәге типкән ер булғас. Йырлап йәшәйем. Халҡым үҙе һөйөп: «Йырла! — тиеп бирҙе ҡәләмде. — Данла! — тине, — һине

Дуҫтарға

Ауыр юлды бергә-бергә үттек, Еңеүгә лә килдек күмәкләп. Һәр аҙымда тойҙом йәнәшәмдән Дуҫтар атлағанын терәкләп. Рәхмәт һеҙгә, дуҫтар. Алыҫтан да Яҡын булып йылы һирптегеҙ. Беләккә — көс, йөрәккә дәрт өҫтәп, Һаман алға бергә илттегеҙ. Илгәҙәклек минән күрмәнегеҙ, Ҡайсаҡ хатта ауыр һулаттым. Ә шулай ҙа, дуҫтар, ысын дуҫтар, Мин һеҙҙе бит бик-бик яраттым 1958

Бәхет өләшәм

Әсәм әйтә ине: «Фәрештәләр» Таң алдында бәхет өләшә. Егәрлеләр генә үҙ өлөшөн Алыр өсөн тороп өлгәшә. Йоҡосоға өлөш бирмәй улар. Өлөшһөҙҙө һөймәй Алла ла… Таңда йоҡлап ҡалһа, яҙын иртә Сәскә атмаҫ ине алма ла». «Әсә һүҙе — тәңре һүҙе» тиҙәр. Күңелемдә тере һаҡланым. Эштә үтте көнөм. Көс-тир түгеп Ҡаршы алдым төндөң һәр таңын. Урман ҡырҡтым.

Бюрократ

Кабинет шәп, иркен, яҡты, Йылы, рәхәт. Шунда нисә йыл ултыра Күрмәй михнәт. Ышана, мин, тип, тиңдәшһеҙ Дан директор. Ғилми эште ултырмышым Алға илтер. Мин булмаһам, фән бик артта Ҡалыр ине. Билсәнде кем дегәнәктән Айырыр ине?! 1956

Башҡортостан

Элек заман һин бер үкһеҙ бала инең. Бар байлығың — кырыҫ, йәнһеҙ дала ине. Шул далаңда һин, имгәкләп, ауа-түнә, Тома һуҡыр юлсы булып бара инең. Хәҙер көслө ир-арыҫлан, баһадир һин. Алғы сафта бәхет даулап бараһың һин. Юлың яҡты, көнөң көләс, теләгең саф, Бөйөк илдең ҡәҙерле бер балаһы һин. Һәр йылыңда унар йыллыҡ юлды үттең. Коммунизм

Башҡорт теле

Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин, Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин, Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин, Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле!Күгәреп ятҡан Уралыңдай бай, йомарт һин, Серле ҡамыш ҡурайыңдай ҡарт, олпат һин, Күпте күргән сәсәнеңдәй йор, зирәк һин, Эй, һөйөклө, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!Диңгеҙҙәргә тиңләмәйем — тәрәнһең һин, Айға-көнгә тиңләмәйем — гүзәлһең

Әйҙә, милләт!

Йөк ауыр, юл болғауыр булһа ла, милләт, әйҙәле: Алда рәхәт ҡәҙерене белмәккә михнәт файҙалы. Яҡты нурлы көндәрең — алдыңда. Был хаҡ вәғәҙәһе. Ана күренә ҡибла яҡлап бик матур аҡ шәүләһе. 1915

Әйҙә, күңелем

Әйҙә, күңелем, бында торма, күккә, күккә, күккә ос, Күккә ос: күктә тыныс, бында һуғыш, бында ҡылыс! Әйҙә, күккә, бында йәм юҡ, күктә йәм бар, унда нур, Бында нәмә: Йәмле һындар… Унда хур бар, унда хур. Әйҙә, ғүмерем, әйҙә, бәхетем, әйҙә, күңелем, бергәләп, Бында булһа күбәләктәр, ундалыр барлыҡ мәләк. 1915

Әй, мулла абзый

Әй, мулла абзый, ант итәмен аллаң менән, Ант итәмен башыңдағы салмаң менән: Өҫтән былай кеше төҫлө күренһәң дә Эсең-тышың тулы сеп-сей ялған менән! 1917 Эй, мулла (Перевод на русский язык) Эй, мулла, клянусь тебе твоим аллахом И чалмой твоею белою, как сахар: Хоть снаружи ты похож на человека, Ложью все твое нутро кишит от века.

Ҡыҙыҡ бөттө

Тарау сәстәр туҙып бөттө, Матур көндәр уҙып китте; Матур көндәр, матур һүҙҙәр Йөрәккә йәм һыҙып китте.Матур йөҙҙә матур күҙҙәр Матур уйҙар теҙеп үтте; Бары китте, бары бөттө, Хәҙер инде ҡыҙыҡ китте. 1916  

Ҡышҡы юлда

Их, рәхәт шыуа сана, юрта ат талғын ғына, Яҡ-яғымда киң ялан йоҡлап ята тып-тын ғына. Алдымда аҡ ҡар йәйелгән, ялтырап аҡ-аҡ булып, Ынйы-мәрйендәр сәселгән өҫтөнә ваҡ-ваҡ булып. Юл ситендә ҡар киҫәктәре торалар теҙелешеп, Барыһы ла эйелеп ҡалалар, хуш-иҫән бул, тиешеп. Аҡ ҡояш нур ептәрен һуҙған да ергә нур һибә, Нурлы ептәрҙән ағып, моңло күңелгә йыр

Ҡитғалар (отрывки)

Нәфсе — шайтан, бик яуыз ул, һәр әҙәмде аҙҙыра, Аҙҙыра торғас, наҙандарҙы юлынан яҙҙыра. Әммә унан да яуыз бер нәмә бар, ул — эскелек, Ул халыҡты йорт-еренән һәм диненән яҙҙыра. 1914 — Фәлсәфәнән туйҙыҡ инде, һатма, ташла фәлсәфәң, Фәлсәфә сәйнәр заман уҙған, хәҙер эшләр заман. — Һеҙ туйғас та, туймағандар ас көйгә торормо ни? «Фәлсәфә

Ғәскәр доғаһы

Яһу аллам! Һинән һорап ярҙам, Ярһып йөрөйөм үлем ауыҙында. Үлһәм, шәһит булһам, ҡанлы кәүҙәм Балҡып йөҙһөн ожмах хауызында. Айа, ғафур, айа, рахман рәхим! Рәхмәтеңдән ситкә ҡайырма! Ҡурҡытмаһын мине шайтан ражим, Ныҡ имандан мәңге айырма! «Тау эйәһе» тәңрем, таштарыңдан Беләгемә ҡаты ныҡлыҡ һал! «Ут эйәһе» тәңрем, уттарыңдан Йөрәктәргә үтмәҫ утлыҡ һал!.. Диңгеҙҙәрҙе сайҡап тулҡынлатҡан, Эй, ҡөҙрәтле

Эй, дуҫтарым

Дуҫтарым, торған ерегеҙ, тыуған ауыл, киң ауыл, Барса ҡайғы, моңдарыңды юйған ауыл, тын ауыл. Иң һөйөклө киң ауыл һәм тын ауылды мин ген Ташланым; ник ташламайым, башҡа тулғас ҡом ғына! 1910

Эй китап Шайхзада Бабич

Ап-асыҡ тор һәр ваҡытта, эй китап, баҡһам һиңә, Ысын, аҫыл нигеҙле ерҙән күп белемдәр бир миңә! Эй китап, мин аңраны төҙ юлға күндерһәнә, Мине баҫҡан йәһел утын һыу һибеп һүндерһәнә. Һин йыуатҡыс, һин уятҡыс, һин миңә ысын атам, Булмаһаң һин, мин һине һағынып ҡына сирләп ятам. Эй китабым, эй китап, миңә ҡыл һин хитап, Һин

Шәмсеҡәмәргә

Әссәләмәғәләйкүм, Шәмсеҡәмәр! Беҙ иҫән-һау, башҡаса юҡ яңы хәбәр. Уңайлы ваҡытығыҙ булырмы икән, Бөгөн кис һеҙҙең яҡҡа барһаҡ әгәр? Бер төҫлө аҡҡан көнгә асыу итеп, Һеҙгә барһаҡ, аҙмы-күпме асыу ҡаныр, Беҙ барыуға аулаҡ булһа, тыныс булһа, Ул саҡта өҫтөгөҙгә рәхмәт яуыр. 1917

Шатлыҡ көтәм

Осоноп-осоноп, өҙөлөп-өҙөлөп, Ашҡынып шатлыҡ көтәм. Инде, әй хәсрәт ләғиндәр, Һеҙгә ҡурҡаҡлыҡ көтәм.Инде бик күптән тамыр йәйгән Йөрәктең аһтары, Аһтарымдың ҡып-ҡыҙыл Уттан яралған япрағы, — Һәммәһе ҡороһон, етәр, Күкрәккә уттар таммаһын, Тамған ут һүнһен, етәр, Инде йәһәннәм янмаһын!.. 1916  

Халҡым өсөн

Ап-аҡ алтын йырҙарымды Йырламайым данлыҡ өсөн; Йырлаймын алтын илем өсөн, Үҙ туған халҡым өсөн. Саф көмөштәй йырҙарымды Йырламайым алтын өсөн; Йырлайым тик саф көмөштәй Саф йөрәк халҡым өсөн. Сәскә төҫлө йырҙарымды Йырламайым зауҡым өсөн; Йырлайым тик сәскәләй Ҡыҙҙарға бай халҡым өсөн. Дәртле ҡайнар йырҙарымды Йырламайым дәртем өсөн; Йырлайым тик мәңге шат, Дәртле, көләс халҡым өсөн.

Уйҙар уртаһында

Һис тотор хәл юҡ күңелдең теҙгенен, Һис белер хәл юҡ фекерҙең төҙлөгөн, Бер минутта мең түгел, миллион теләк, Белә алмайым ҡай теләктең үҙлеген. Алсы, тәңрем, был күңелдең йөҙлөгөн, Һалсы күҙҙән был томанлы күҙлегем: Аңҡы-тиңке ҡайғырып көндәр уҙа, Инде аҙ-аҙлап безелдәр миҙгелем. 1917

Тын төн

Тын ғына, тып-тымыҡ бер төн ине, Шишмәкәй шылтыр-шылтыр-шылтыр ине… Йыраҡтан гөлдөр-гөлдөр арба килә, Ул да тынлыҡты ҡуйыртыр өсөн генә; Аръяҡта бер эт өрә, ул шул тынлыҡты Ҡолағыма ҡыуып кертеү өсөн генә… Мин ятамын, шул тынлыҡта уйлай-уйлай, Ике күҙем йондоҙ һайын ырғып йөрөй. Ҡай сағында аҡрын ғына бер ел иҫеп, Ағастарға минән йәшереп ниҙер һөйләй… Йәсиғ