Аҡ ҡайынды ҡосоп илай Мәрйәм…

Аҡ ҡайынды ҡосоп илай Мәрйәм.
Күҙ йәштәре тама аҡ туҙға.
Ниҙәр булды икән, ниҙәр генә
Ун етеһе тулған был ҡыҙға?
Һут ҡайнаша, урғып һут ҡайнаша
Үҫеп буйға еткән ҡайында.
Ниңә шулай иләҫләнә икән
Ҡайындар ҙа апрель айында?Аҡ ҡайынды ҡосоп илай Мәрйәм.
Ниндәй ғазап. Ниндәй әрнеүҙәр?
Әле генә уға: «Һөйәм»,— тине
Ун һигеҙе тулған Әнүәр.Бына шуға, бары шуға ғына
Күҙ йәштәре туҙға тамдылар,
Ҡыҙ үҙе лә ҡайын кеүек кенә,
Йәштәре лә шундай татлылар.
Илаһын әйҙә…

Читать Стих:  Йырҙарыма ҡайтам

1962

 

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *