Аһ, ҡыйын! Мин алда бик ҙур курҡыныс эштәр һиҙәм

Аһ, ҡыйын! Мин алда бик ҙур курҡыныс эштәр һиҙәм,
Кәүҙә бында, әммә йән менән нисә илдәр гиҙәм.

Ниндәй илдәр! Күп һөйләргә бармай тел, тып туҡталам,
Һыймай күкрәгемә йөрәгем, хәл бөтә, саҡ тын алам.

Аптырап мин үҙ-үҙемде барса уйларҙан тыям,
Аһ, ҡыйын! Сикһеҙ олуғ диңгеҙҙә мин яңғыҙ йөҙәм.