Ҡайҙа ул?

Ҡайҙа һин, ҡәҙерлем.
Ҡайҙа һин был көндө?
Белмәйем нисек ул
Уҙғара был төндө?
Тик беләм, ҡайҙалыр
Мин һөйгән кеше бар.
Ҡайта алмай, килә алмай,
Данлы ҙур эше бар.
Тау түшен быраулап,
Ҡара алтын эҙләй ул.
Илемде, еремде
Матурлай, биҙәй ул.
Алыҫ ул. Тик күңелем
Янында гел генә.
Беләмен уның да
Уйында мин генә.
Һөйөшмәй ҡауышып
Йәшәүҙән ҡалтырап,
Һөйөп тә ҡауышмау
Ғазабы татлыраҡ.
1955

 

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *