Ҡайғы төҫө ҡара, ҡап-ҡара…

Ҡайғы төҫө ҡара, ҡап-ҡара,
Ҡап-ҡара сәс шунан ағара.

Һәм ҡап-ҡара тупраҡ — ер төҫө,
Аҡ сәскәләр биҙәй ер өҫтөн.

Әгәр ҡайғы күрһәң бер үҙең:
— Ах, сал баҫҡан,— тимә,— ер йөҙөн!

1957

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *