Ҡатындарға ирҙәр сәскәләрҙе…

Ҡатындарға ирҙәр сәскәләрҙе
Төнгә ҡаршы бүләк итәләр.
Шуға күрә шиңгән сәскә менән
Ҡаршылана байтаҡ иртәләр.

Бер ҡатлыраҡ шаян саҡтарымда
Ул хистәрҙе мин дә татыным,
Сөнки төнгә ҡаршы
Төнгө һуҡыр
Сәскәләрҙе мин дә ташыным.

Таңда тороп, хәҙер ҡырға сығам,
Ысыҡ кипмәҫ борон гөлдәрҙә;
Ҡояш сыҡҡан саҡта, сәскә ҡуям
Ул баш һалған йомшаҡ мендәргә.

Читать Стих:  Юлһыҙ ғына ерҙән юлдар ярып

1964

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *