Һауалағы бөркөт һымаҡ…

Һауалағы бөркөт һымаҡ,
Ғорур инем. Йәш инем.
Бар донъяға баш бирмәнем,
Мөхәббәткә баш эйҙем.
Үтте йәшлек, елеп үтте.
Артында туҙҙы туҙан.
Хәҙер инде уҙыр юлды
Туҙан туҙҙырмай уҙам.
Тик бөгөлмәҫ билем
Хатта
Пәйғәмбәр Мөхәммәткә,
Нескә талдай бөгөлә ул
Һаман шул Мөхәббәткә.
Юл осланыр… Ап-аҡ ҡарға
Ҡапланырҙар түбәләр.
Шул саҡ бер юлы әйтелер
Әйтеләсәк тәүбәләр.
Әммә әжәл ҡаршыһында
Теҙләнергә самам юҡ.
Шул уҡ Мөхәббәт алдында
Теҙләнермен — сарам юҡ.

Читать Стих:  Эй, дуҫтарым

1967

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *