Бөгөн төндә баҡса аша уҙҙым…

Бөгөн төндә баҡса аша уҙҙым.
Бер-береһенә ҡуйып наҙлы башын,
Гөлдәр йоҡлай ине түтәлдә.
Тик бер ләлә ситкә эйгән тажын,
Эргәһендә йәре булмағастын,
Сер бирмәгән, ахры, бүтәнгә.

Сәскәләргә ҡарап шул мәлдә,
Хайран ҡалып торҙом мин — бәндә.

1958

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *