Бәхетем

bashkirskie-stihi
Зәңгәр күк — тажым, сыбар ер — тәхетем,
Үҙем — азат йән, аҡ ҡояш — бәхетем.
Йондоҙҙар һәм ай — серсе дуҫтарым.
Һандуғас, турғай — йырсы ҡоштарым.Сыҡһам сахраға, гөлдәр, үләндәр
Тәғзим итәләр
, биреп сәләмдәр.
Йән сәсәктәрем, гөл ҡанаттарым,
Оса янымда күбәләктәрем.

Латиф
 ел — саба
, тип: «Мәрхәба
!..»
Һөйөп, иркәләп йөҙөмдән үбә.
Менһәм тауға, их, осайыммы һуң!..
Бөтә офоҡто ҡосайыммы һуң!
Гөлдәр йылмайған, ҡырҙар нурланған,
Бөтә ер-күге нурға сырмалған.
Шашам, ашҡынам… Шатланам сикһеҙ.
Азат мин, азат! Бәхетем офоҡһоҙ!
1916
Рейтинг
( Пока оценок нет )
Понравилась статья? Поделиться с друзьями: