Бәпес менән һөйләшеү

bashkirskie-stihi
Туҡмаҡ саҡлы ғына бер кәүҙә
Мыш-мыш килеп ята биләүҙә….Муйыл сәскә атҡан эркелеп,
Күктә йәш ай тора бер телем.
Шул сәскә һәм айҙан кесе һин,
Тыуҙың икән — инде кеше һин.
Күҙҙәрең бар, әле нур күрмәй,
Ҡолағың бар, уға моң кермәй.

Әйтеләсәк һүҙең — телеңдә,
Янасаҡ ут — йөрәк төбөңдә.
Әлегә һин бахыр бер кәүҙә,
Ятаһың тик мышнап биләүҙә.
Үкенмәҫһең, ышан, һин бер ҙә,
Отолманың тыуып был ерҙә.
Күңелең күрер ерҙә яҡтылыҡ,
Күҙең күрер ерҙә яҡшылыҡ.
Хуш еҫ килтерерҙәр иртәләр,
Ҡолағыңды моңдар иркәләр.

Мөхәббәттән иҫереп шашырһың,—
Үләндәргә һуҙылып ятырһың.
Ошо ерҙә тамам әңгәмә…
Туҡта, туҡта! Тағы был нәмә?
Күкрәгендә ята йомолоп,
Ике төймә — ике йоҙ(о)роҡ.
Дөрөҫ, улым, улар бик кәрәк —
Оноторға быны иртәрәк.
Рейтинг
( 1 оценка, среднее 1 из 5 )
Понравилась статья? Поделиться с друзьями: