Бағбостанда

bashkirskie-stihi
Эй илаһи, килде лә керҙе моронға тәмле еҫ,
Эй ғәзиз кис, йәмле кис һәм йәнле кис, илһамлы кис.Йәмле өҫтәл өҫтөнә йәйгән матур аҡ эскәтер,
Эскәтер өҫтөндә ҡоймаҡтар нәфис еҫ еҫкәтер.
Эс, ҡунаҡтар, тип самауыр шатланып йырлап тора,
Һәм дә Бағбостан йөҙө илһамлы ай күк яҡтыра.

Алдыбыҙҙа май менән балдар торалар: «Ҡап», — тиеп,
Һәм Бабич та ҡысҡыра: «Нығыраҡ аша, Исхаҡ», — тиеп.
Ул матур ҡыҙ Сафия ҡоймаҡ ташый ҙа сәй яһай,
Ҡып-ҡыҙыл алма кеүек бешкән уның бит алмаһы.
1917
Рейтинг
( Пока оценок нет )
Понравилась статья? Поделиться с друзьями: