Байраҡ

Быяла аҫтында бер байраҡ ята
Сит-ситтәре бөткән тетелеп.
Дәһшәт менән ҡарай йылдар аша,
Ҡында ятҡан ҡылыс шикелле.

Наҙлы бәрхәт һымаҡ ғәмһеҙ түгел,
Шундай уяу, шундай теремек,
Ул — яранан сыҡҡан ҡандай ҡайнар,
Унда — төҫө ялҡын теленең!

Ильич телмәрендәй ыҡсым үҙе,
Ильич телмәрендәй ялҡынлы,
Уның һүҙе кеүек ябай, ғәҙел,
Уның үҙе кеүек яғымлы.

Читать Стих:  Матур һындар

1961