Бала булып булмай, тик бала саҡ

Бала булып булмай, тик бала саҡ —
Һәр саҡ ҡайтып килә торған ил;
Күңел гөлдәреңдең саңын ҡағып,
Мәңге сафлап, наҙлан торған ел.

Һин донъяны яҡын күргең килһә,
Бала күҙе менән баҡ уға:
Донъя шундай сағыу, шундай ғәжәп,
Иҫең китерлек бит донъяға!

Читать Стих:  Быйылғы көҙ шундай сыуаҡ килде...

Ҡояш сыға, сыҡ-сыҡ, тиеп һаман,
Болоттарға һуҙһам ҡулымды.
Ҡояш! Эй һин, балалыҡ ҡояшым,
Ғүмер буйы яҡтырт юлымды!

1961