Башкортостан

Башҡортостан сиген үтеү менән,
Тыуып-үҫкән ергә етеү менән,
Нур тулғандай була күңелгә,
Йыр тыуғандай була күңелдә.

Йәшел бәрхәт төҫлө еркәйгенәм,
Ҡыҙҙар ҡулы төҫлө елкәйгенәм
Иркәләй бит талған күҙемде,
Иркәләй бит арыған йөҙөмдө.

Югереп сығыу менән ҡайындарым,
Онотолдо барлыҡ ҡайғыларым,
Күреү менән күген Уралдың,
Күҙҙәремә йәштәр уралды…

Уйнаҡлашып саба, ана, тайҙар…
Уйға килә яугир олатайҙар —
Илен улар тиккә һөймәгән,
Илем тиеп, тиккә көймәгән!

Башҡортостан — беҙҙең Бөркөтостан,
Иркең ҡурсып, күпме бөркөт осҡан!..
Башҡортостан — йөрәк ҡағышым,
Ерһенмәһәм, төшһөн ҡарғышың!

Читать Стих:  Һандуғасҡа ниңә буй-һын...

Һинһеҙ күңелем ҡалай йәшәһен,
Һинһеҙ зиһенем ҡалай йәшнәһен!
Башҡа ерҙә ашым ейелмәҫ,
Башҡа ергә башым эйелмәҫ…

Юҡ, кәрәкмәй миңә аһ-ваһтарың,
Ары торһон йәннәт-ожмахтарың,
Башҡортостан — тыуған төйәгем,
Һиндә ятһын ятһа һөйәгем!..

Перевод на русский язык

Когда из дальних странствий возвращаюсь,
Поездку завершив или полет,
Я светом небывалым наполняюсь,
Моя душа ликует и поет.

Земля моя, зеленая, как бархат.
Как девичья рука, твой ветерок.
Ты мне дороже всякого подарка,
Ты цель моих всех жизненных дорог.

Читать Стих:  Мәңгелек улы — ҡояш гел янһа ла...

Я подбегаю к ласковым березам —
И горе, и страданья — с плеч долой.
Взгляну на солнце в небе бирюзовом —
От счастья слезы катятся рекой.

А по лугам, играя, скачут кони…
Я думаю о прожитых веках,
О предках, о батырах непокорных,
За Родину сражавшихся в боях.

Башкортостан — орлиная держава,
Твой гордый дух восславили орлы.
Я дорожу твоею вольной славой —
Тебе не впору вражьи кандалы.

Читать Стих:  Юлдарым йыраҡ, һөйөклөм...

Жить без тебя душа моя не сможет,
Рассудок мой немыслим без тебя…
Твой черный хлеб всех сладостей дороже,
Ведь выращен он в солнечных степях.

Мне без тебя чужих краев не надо —
Пусть много их на всех материках.
Башкортостан, души моей отрада,
Пускай в тебе покоится мой прах.