Батыр күрһәм, шул батырлыҡ тигән…

Батыр күрһәм, шул батырлыҡ тигән
Тауға менгем килде;
Дан ҡапҡаһы күрһәм, шул ҡапҡаны
Шаҡып ингем килде.Ҡош һайраһа, ошо моңло ҡоштоң
Йәне булғым килде;
Илдәге бер иң сибәрҙең
Һөйгән
Йәре булғым килде.

…Өсөнсө ай инде ямғырҙар юҡ,
Иҫә афәт еле.
Ерем көйә. тик бер генә яуыр
Ямғыр булһам ине.

1958

 

Читать Стих:  Салауат батыр

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *