Беләм, миңә яҙмышыңды бәйләү

Беләм, миңә яҙмышыңды бәйләү,
Күңелең теләһә лә, ҡурҡыныс:
Шомло уйҙар һиңә тынғы бирмәй,
Ләкин һин ғорур бул, бул тыныс!

Теләйһеңме, йондоҙ өҙөп бирәм,
Ай ҙа булыр һиңә бүләгем?
Теләйһеңме, тик һин телә генә,
Ҡабул булыр һәр бер теләгең.

Һин теләһәң, мин бит бөтәһен дә
Тәүәккәлләй алам юлымда.
Мин сихырсы-йырсы: йондоҙ һүнә,
Йондоҙ яна минең ҡулымда!

Читать Стих:  Бәпес менән һөйләшеү

1961