Болон

Йәшел хәтфә кеүек матур болон
Нурҙар сәсеп ята донъяға,
Һығылып үҫкән талдар араһынан
Көмөш таҫма кеүек һыу аға.

Леп-леп итеп оса күбәләктәр,
Сутылдашып һайрай ҡоштары,
Ал, ҡыҙыл, аҡ, һары сәскә менән
Биҙәкләнгән үлән баштары.

1920