Болоттар

Ағыла, ағыла, ағыла
Болоттар, болоттар тағы ла.
Ҡайҙарға, ҡайҙарға болоттар
Ағылып, йығылып бер туҡтар?

Һарыла болоттар тауҙарға
Ел тауға уларҙы ауҙарған.
Йәм-йәшел тараҡлы ҡарағай,
Әйтерһең, тауҙарҙа сәс тарай.

Таралған болоттар сәсенән
Ваҡ ямғыр тамсыһы сәселә.
Уйҙан уй тыуғандай, тағы ла
Болоттар, болоттар ағыла…

Читать Стих:  Not Russian (ethnic) me, but I am Russian (citizen)

1962