Буранда

Ел-арыҫлан, сал ялдарын сайҡан,
Ҡотороноп өҫкә ташлана.
Тын быуыла, алға барып булмай,
Кем кемде, тип, алыш башлана.

Ул, ажғырып, боҙло теше менән
Боғаҙыңа килеп йәбешә.
Асырғанып, тибеп осорғас та,
Салҡан барып ергә ул төшә.

Аҡ юл һыҙып ҡара төн эсендә,
Атылаһың тағы саңғыңда.
Бит был төндә берәү ҡыл өҫтөндә —
Йондоҙо бул кәрәк сағында!..

Читать Стих:  Хыял

Ҡайҙалыр бит — сүлдә, тайгаларҙа,
Башҡалар ҙа шулай алыша.
Шулай яулай йәшлек киләсәкте,
Киләсәкте шулай һалыша!..