Бына минең тыуған ер был

Бына минең тыуған ер был —
Ҡарт Ҡаратау, югерек Йөрүҙән…
Тыуып-үҫкән, һыуын эскән
Ерем минең!.. Һине күреүҙән —
Күм-күк үләнеңә ятып,
Туйғансы бер килә илағым.
Ҡая таштарыңа менеп,
Бер ҡысҡырып килә йырлағым.

Бына был тышаулы аттың
Һалдырып та алып тышауын,
Һыбай ярып үткем килә
Ҡайындарҙың йәшел ҡоршауын.
Ҡайтмай оҙаҡ йөрөгәнгә,
Ботаҡтары биткә һыҙырһын,
Һыҙырһын да, йәш япраҡтай,
Был донъяға яңынан тыуҙырһын!..

Читать Стих:  Өс мөғжизә мине әсир алды...

1960