Диңгеҙҙә

Аҡсарлаҡтар кеүек ҡанаттарын
Киреп, аҡ елкәнле кәмәләр,
Диңгеҙ өҫтөн ярып, әллә ҡайҙан,
Йыраҡ урындарҙан киләләр.

Ҡояш Ай-Петриҙең
Арт яғына барып төштө лә
Тамсы-тамсы нурҙар бөркөп китте
Тып-тып ятҡан диңгеҙ өҫтөнә.

Кереп китте шунда тау артына,
Бында яҡты нурҙар ҡалдырып,
Ҙур диңгеҙҙең өҫтөн матурланы,
Сикһеҙ ваҡ-ваҡ шәмдәр яндырып.

Читать Стих:  Солнце победило

1923

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *