Өндәреңдә яҡшы кешеләр күр,
Төндәреңдә татлы төштәр күр.
***
Йылын түгел, хатта айын,
Аҙнаһын
Һөйгәнеңдән һуң йәшәргә
Яҙмаһын.
***
Әгәр Аҡыл була икән
Энең хатта,
«Һеҙ» тип кенә өндәш уға
Һәр ваҡытта…
Әгәр Талант була ҡалһа
Һинең әшнәң,
Ғәйеп түгел, уға «һин» тип
Һүҙ өндәшһәң.
1967