Эй китап Шайхзада Бабич

Ап-асыҡ тор һәр ваҡытта, эй китап, баҡһам һиңә,
Ысын, аҫыл нигеҙле ерҙән күп белемдәр бир миңә!

Эй китап, мин аңраны төҙ юлға күндерһәнә,
Мине баҫҡан йәһел утын һыу һибеп һүндерһәнә.

Һин йыуатҡыс, һин уятҡыс, һин миңә ысын атам,
Булмаһаң һин, мин һине һағынып ҡына сирләп ятам.

Читать Стих:  Not Russian (ethnic) me, but I am Russian (citizen)

Эй китабым, эй китап, миңә ҡыл һин хитап,
Һин генә башымдағы сүп-сарҙы алырһың утап.

1910

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *