Эй Мөхәббәт…

Эй Мөхәббәт! Тилерткес бер яҙҙа,
Һандуғаслы яҙҙа
Сағылда
Исемеңде аҡ ҡайынға сыйҙым
Әле малай ғына сағымда.

Зәһәр ҡышта, ҡулыма ҡуҙ алып,
Боҙға яҙҙым — түгел заяға.
Елдәр менән яҙҙым диңгеҙҙәргә,
Йәшен менән яҙҙым һауаға.

Ғүмер буйы аҡ ҡағыҙға яҙам
Йә әрнеүле, йә шат мәлдәрҙә.
Яҙырҙарға миңә яҙмаһын тик
Исемеңде ҡара мәрмәргә…

Читать Стих:  Зөһрәгә

1977

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *