Эй, Мәжит, һин бер көндө ҡалырһың…

Эй, Мәжит, һин бер көндө ҡалырһың
Япа-яңғыҙ, бөтәр бар дуҫ-иш,
Улар һинән биҙәр, һин уларҙан,
Ҡалмаҫ ике арала уртаҡ эш.

Яңғыҙ ҡалһаң да сикмә хәсрәт,
Асыуланып йөрөмә, кыҫма теш,
Йөрәк майҙарыңдың бер тамсыһы
Ҡалғансы һин янырға тейеш.

һуңғы тамсы майың бөткәс кенә
Тынысланып, ятып үлерһең,
Шул ваҡытта ғына тәбиғәттән
Алған бурысыңды түләрһең.

Читать Стих:  Ночная смена

1926

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *