Ейән — йәш арыҫлан…

Ейән — йәш арыҫлан. Бар ҡеүәте
Тимер тырнағында.
Атаһы — йөк аты. Бар мөлкәте
Алтын тояғында.

Олатаһы — терпе. Уның инде
Хәле аяныслы:
Тырпайырға торған энәләре —
Барлыҡ таянысы.

1970

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *