…гә

Керпек ҡағып нурлы күҙең менән
Бер йылмайып ҡара донъяға,
Һинең ошо изге ҡарашыңдан
Нур сәселһен ҡара донъяга.

Күҙ нурҙарын, яҙғы ҡояш кеүек,
Туңған илдең өҫтөн иретһен.
Япраҡтары көйгән үләндәргә
Рәхмәт ямғырҙары бөркөһөн.

Туң күңелдәр иреп, саф мөхәббәт
Бергә кәүҙәләнеп күренһен,
Һинең нурлы изге ҡарашыңдан
Үлгән йәндәр кире терелһен.