Хәлиткә

Былбыл кеүек, наҙлы гөлдәй матур,
Нурҙан яҡты, һөйгән кескенәм!
Һин һыҙланһаң, «уф» тип ауырһынһаң,
Өҙөлөп-өҙөлөп китә эскенәм.

Һин илаһаң нәҙек тауышың менән
Һәм күренһәң йәшле күҙ менән
Йөрәгемә сәнскәндәй була
Төрлө яҡтан осло беҙ менән.

Ай сабыйҡай, гөлкәй! Кемдер түҙер
Йөрәктәргә үткән аһына.
Һинең өҙөлөп-өҙөлөп һөйләүҙәрең
Тоҙ һипкәндәй йөрәк ҡаныма.

Читать Стих:  Надейся!

1923

Хәлит — М. Ғафуриҙең улы (1919—1935)

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *