Хәтеремдә

Хәтеремдә, ул көн сыуаҡ ине.
Күкрәп уҫкәйнеләр сәскәләр.
Наҙлы ҡараштарың йөрәгемә
Мөхәббәттән гөлдәр сәстеләр.

Гөлдәр мәңгелеккә тамыр йәйҙе,
Көлә, йырлай ярһып үҫтеләр.
Аһ, ниңә һуң ул бәхетле көндәр
Шулай ярһып, ашығып үттеләр.

1955

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *