Майлы күҙҙәр, татлы һүҙҙәр, Баллы йөҙҙәр күҙләмәнең. Үҙең өсөн йылы оя, Айырым бәхет эҙләмәнең. Халҡың янһа — яндың бергә, Халҡың көйһә — көйҙөң бергә, Халҡың менән йәшәүгә лә, Үлемгә лә барҙың бергә. Ул асыҡһа — асыҡтың һин, Ул ҡағылһа — ҡағылдың һин, Уның менән бергә-бергә Ауырлыҡтан арындың һин.Ҡыҙыл байраҡ тотоп ҡулға, Янып-балҡып ҡыҙыл нурҙа, Йырың бара һаман алда: — Әйҙә, эшсе, алға, алға!.. 1960
Халҡың янһа — яндың бергә
