Хәрәкәткә кәрәк хәҡиҡәт

bashkirskie-stihi
Хәрәкәткә кәрәк хәҡиҡәт,
Тик үлсәһәң һәр бер миҡдарын,
Хәҡиҡәт тә түгел бик ҡиммәт,
Ҡиммәт уға барыр юлдарың.
Эҙләр булһаң — ҡара алыҫҡа,
Төҙөр булһаң — ятма ояла.
Донъя сикһеҙ бөтә тарафҡа,
Бөтәһе лә мөмкин донъяла!
Ҡәһәрләп тә уны, һөйөп тә,
Ҡосаҡҡа ал ташҡын ағымын.
Тик күҙәтмә уны бейектән,
Тыуыр көнгә илтһен аҙымың.
Айырмайса хаҡтан ялғанды,
Хаҡлыҡ күрмәҫ һинең йөҙөңдө.
Ышандыр һин бөтә йыһанды
Тиккә килмәүеңә үҙеңдең!
1962
Рейтинг
( Пока оценок нет )
Понравилась статья? Поделиться с друзьями: