Һинең алда тамсы ғәйебем юҡ

bashkirskie-stihi

Һинең алда тамсы ғәйебем юҡ,
Тик һөйөүем ғәйеп булмаһа?
Ышанысты улай алдамайҙар,
Хаҡ һүҙ әйтһәң — миңә шул баһа.

Һөйҙөм һине өнһөҙ, өмөтһөҙ мин,
Булмағандыр, бәлки, еңелдән:
Йылға түгел, гүйә, ярҙар аҡты,
Аҡтарылып, янған күңелдән.

Әммә мин ғорур ҙа була беләм:
Әйләнермен бер таш ҡаяға.
Тик баш эймәм һай холоҡло һыуға,
Булыр әле ташты аяған…

Рейтинг
( 1 оценка, среднее 5 из 5 )
Понравилась статья? Поделиться с друзьями: