Хыял

Күтәрелдем бейек түбәләргә,
Сәләм бирҙе миңә шаңдауҙар.
Тауға ҡарап, тау булаһым килде.
Ах, хыялым минең — шул тауҙар.Диңгеҙ кистем. Тулҡындар, һеҙ ниңә
Йөрәгемә бәреп индегеҙ?
Индегеҙ ҙә ҡабат тынманығыҙ.
Ах, хыялым хәҙер — шул диңгеҙ.Ғүмерлеккә ғашиҡ булдым һиңә,
Һәр бер һулышыңды тоямын.
Һөйҙөң дә һин, һөйҙөрә лә белдең
Тик һаман һин минең хыялым.

Читать Стих:  Үкенмәйем

1969

 

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *