Икәүҙән-икәү

Уҡып ҡына түгел,
Татып беләм
Яҙмышыма яҙған тетрәүҙән:
Ҡайһы саҡта
Иң шым бышылдау ҙа
Ҡеүәтлерәк күктәр күкрәүҙән.

Семәрләнеп күпме сер бөркөлә
Өнһөҙ баҡҡан упҡын күҙҙәрҙән.
Өндәшмә лә!
Был мәл өндәшмәүең
Аңлайышлы бөтә һүҙҙәрҙән!

1962