Йәмле көн

Әх, бөгөн донъя кейенгән ҡыҙға оҡшап тәп-тәтәй,
Ҡыҙ булып баҫҡан тәбиғәт донъяға ап-аҡ тәпәй.

Хаузы кәүсәр шишмәһе өҫтөнән иҫкән ел кеүек,
Их, бөгөнгө ел һауанан бер ғәжәп ләззәт татый.

Ниндәй йәмле, их, бөгөн ожмах көнөнән йәмле көн.
Ҡайҙа ожмах — фирҙәүес бер яҡта торһон хатта ки!

Читать Стих:  Төнгө Рига. Төнгө тын баҡса...

1916

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *