Йөҙҙәреңә ҡыйып ҡарай алмайым…

Йөҙҙәреңә ҡыйып ҡарай алмайым,
Ә үҙемде ҡыйыумын тип алдайым.
Ҡарағаным бар мин аҫыл нур-ташҡа,
Нәҡ түбәлә янып торған ҡояшҡа.
Бәхет менән осрашҡан бар йөҙгә-йөҙ,
Үлем менән ҡарашҡан бар күҙгә-күҙ.
Тимәк, матурлыҡ барынан өҫтөндөр,
Матурлыҡ — ул үҙе һинең төҫөндөр.
Бына шуға ҡыйып ҡарай алмайым,
Юҡҡа үҙемде ҡыйыумын тип алдайым.

Читать Стих:  Зәңгәр күктәй асыҡ күҙҙәреңә

1956

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *