Йәшәйһе бар, һаҡла үҙеңде, тиһең…

Йәшәйһе бар, һаҡла үҙеңде, тиһең.
Теләктәрең, эйе, хаҡ һымаҡ.
Ләкин мин бит бөтә ғүмерем буйы
Бәйгеләрҙә сапҡан ат һымаҡ.Донъя беҙҙән генә ҡалмаған ул,
Бер саҡ килер үлем — ят ҡунаҡ.
Ауһам ине шул саҡ, бәйгеләрҙә
Йөрәге ярылып ауған ат һымаҡ.

1956

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *