Әйтелмәгән һүҙ

Айырылышыу минутында
Гел шулай тиһең миңә:
— Әйтә алмай ҡалдым һүҙемдең
Иң кәрәклеһен генә.

Йәшәлмәгән ғүмер бит ул —
Әйтелмәгән шул һүҙең,
Алдағы өмөт, яныуҙар,
Мөхәббәтең һәм үҙең.

Мәңгегә оҙатҡанда ла
Һин әйтһәң ине миңә:
Ҡалды шул, ҡалды һүҙемдең
Иң кәрәклеһе генә.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *