Йылғалар төнөн һөйләшә

Йылғалар төнөн һөйләшә,
Болот тауҙарға ҡунғас;
Йөрәктәр төнөн серләшә,
Аяҡ тауышы тынғас.Ниңә шулай? Бит йылғалар
Көндөҙ ҙә аҡмай тормай,
Төнөн серләшкән йөрәктәр
Көндөҙ ҙә ҡаҡмай тормай.Таң һыҙыла. Ә йылғалар
Һаман да шылтыр-шылтыр…
Күрәһең, инде йыһандың
Ғишыҡ сәғәте шулдыр.1960

 

Ночами разговаривают реки (Перевод на русский язык)

Йылғалар төнөн һөйләшә,
Болот тауҙарға ҡунғас;
Йөрәктәр төнөн серләшә,
Аяҡ тауышы тынғас.

Читать Стих:  Йырлайым

Ниңә шулай? Бит йылғалар
Көндөҙ ҙә аҡмай тормай,
Төнөн серләшкән йөрәктәр
Көндөҙ ҙә ҡаҡмай тормай.

Таң һыҙыла. Ә йылғалар
Һаман да шылтыр-шылтыр…
Күрәһең, инде йыһандың
Ғишыҡ сәғәте шулдыр.

1960

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *