Йырҙарым

Эшһеҙлектең еме булып, йылтырап
Тыуманы был йөрәк ҡаны — йырҙарым.
Эш өҫтөндә ҡайнап үтте йылдарым.
Юл ыңғайы тыуып-үҫте йырҙарым.Иркәлектең өнө булып әлһерәп
Тыуманы был йөрәк ҡаны — йырҙарым.
Көнө алтын. Өнө ялҡын — йырҙарым.
Эш өҫтөндә тыуып-үҫте йырҙарым.Бәлки шуға татлы һуттай түгелдер.
Бәлки шуға наҙлы гөлдәй түгелдер.
Эштә ҡайнап, урғып тыуҙы йырҙарым.
Йырҙар булып түгелеп барҙы йылдарым.Ваҡыт етер. Мин дә бер саҡ арырмын.
Диңгеҙ йыуған ҡая һымаҡ ауырмын.
Тулҡын булып, таралып ҡалыр йырҙарым,
Ҡайта-ҡайта ҡағып күңел ярҙарын.

Читать Стих:  «Когда на прозрачном и чистом стекле…»

 

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *