Илап тыуһам да мин, йырлап үҫтем,
Йырлап йәшәйем әле бөгөн дә.
Сәстәремә ҡырау сәселһә лә,
Ҡырау ҡунмаҫ минең күңелгә.
Йырлап йәшәйем.
Халҡым, илем ғүмере
Әкиәттәрҙән гүзәл йыр булғас.
Тыуған ерем — бөйөк Совет иле,
Ер йөрәге типкән ер булғас.
Йырлап йәшәйем. Халҡым үҙе һөйөп:
«Йырла! — тиеп бирҙе ҡәләмде. —
Данла! — тине, — һине кеше иткән,
Йырсы иткән бөйөк илеңде».
Һәм йырлайым. Дошман сыр-сыуҙары
Тауышымды быуып тора алмаҫ.
Барған юлым тоғро — Ленин юлы,
Бер кем унан ситкә бора алмаҫ.
Илап тыуһам да мин, йырлап үҫтем,
Йырлап йәшәйем һаман, бөгөн дә.
Йырламайса күңелем түҙә алмай
Йырҙарға тиң бөйөк илемдә.
Понравилась статья? Поделиться с друзьями: