Әй, күңел, киң бул, тарыҡма!
Һөй халыҡ хөрриәтен,
Изге юлдан ситкә сыҡма,
Шул һинең ҡөдсиәтең.
Бул ҡояш — яҡтырт йыһанды,
Нур сәселһен тип-тигеҙ,
Бул шулай һин киң иманлы,
Ҡалмаһын ул «һеҙ» ҙә «беҙ».
Булһа киң күңелең, һыйырһың,
«Тәңренең киң донъяһы»,
Был шиғыраҙарҙың ошо булһын,
Тинем, «бисмиллаһы».
1910